Рух
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Июнь , 15:06
Ауыл диалекттарын өйрәнеү дауам итте
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты башҡорт-инглиз төркөмөнөң 2-се курс студенттары Ауырғазы районына диалектологик практика үтергә килеүе тураһында беҙ яҙғайныҡ инде. Өршәк диалектын өйрәнеүҙе дауам итеү маҡсатында улар райондың тағы бер башҡорт ауылы - Түрһәгәҙегә барҙылар.
Ауыл диалекттарын өйрәнеү дауам итте
Бында уларҙы мәктәптә ихлас ҡаршы алдылар. Мәктәп менән танышып сыҡтылар, Марат Баязит улына арналған мөйөштө ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Раянова оҙатыуында ауылдың өлкән йәштәге кешеләрендә булып, уларҙың үткән тормошо юлы, ауыл тарихы һәм фольклорға, диалектҡа ҡағылышлы һорауҙарына яуаптар эҙләнеләр.
Йәмилә Раянова инде 86 йәштә. Ул Мораҙым ауылынан килен булып төшөүе, биш балаға ғүмер биреп, колхоз эшендә эшләүҙәре тураһында һөйләне. Йәш саҡтағы уйнаған уйындары тураһында ла ҡыҙыҡһынды студенттар. Сыйырсыҡ осороуҙарын да телгә алды. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, төрлө ҡул эштәренә лә маһир.
Ауылдың аҡһаҡалы Ҡәнзәфәр Ғәлиев тел, башҡортлоҡ рухы тураһында һөйләне, йәштәргә нәсихәттәр әйтте. Музыканы, тәбиғәтте яратырға, урмандағы тауыштарҙы тыңлай, күңел менән тоя белергә кәрәклеген аңлатты. Үҙе эшләгән төрлө милли музыка ҡоралдарында уйнап күрһәтте. Урамға сыҡҡас, Ҡәнзәфәр ағайҙың өй стенаһына эшләгән ҡурай рәсеменә күҙҙәре төштө. Студенттар араһынан бер егет түҙмәне, ҡурайҙа матур итеп уйнап ебәрҙе. Ҡыҙҙар ҙа бейеп алдылар.
Студенттар урамда осраған кешеләр менән дә һөйләште.
Һәр ерҙә иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Практиканың етәксеһе - филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Р. А. Солтаҡаева барыһына ла ҙур рәхмәттәр әйтте.
Ауыл диалекттарын өйрәнеү дауам итте
Автор:
Равиля Бардыбаева
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин