Рух
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Июнь , 00:34

Студенттар – диалектоголик практикала

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты башҡорт -инглиз төркөмөнөң 2-се курс студенттары, уҡыу планына ярашлы, Ауырғазы районына диалектологик практика үтергә килде.

Студенттар – диалектоголик практикала
Студенттар – диалектоголик практикала
  • Практиканың етәксеһе - филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Р. А. Солтаҡаева.
  • “Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ - халыҡтың ғөрөф -ғәҙәттәре, традициялары, нәҫел, ырыу, ауылдар тарихы аша һөйләү телен, башҡорт теленең көньяҡ диалектына ҡараған Өршәк һөйләшен өйрәнеү. Практикабыҙҙың тәүге көнөндә Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары, уҡытыусылары менән осраштыҡ, университет, факультетыбыҙ, ундағы уҡыу-уҡытыу йүнәлештәре хаҡында мәғлүмәт бирҙек. Профориентация эше үткәреп, уҡыусыларҙы үҙебеҙҙең уҡыу йортона уҡырға саҡырҙыҡ, - тип һөйләне Раушания Әбделхай ҡыҙы.
  • Студенттар төркөмө Талбазылағы Тарих -тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булды, үҙҙәре өсөн бик ҡыҙыҡлы материалдар алды. Күренекле шағир, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың тыуған ауылы Төрөмбәттә лә булдылар. Мәктәптә арҙаҡлы шағирға арналған музейҙа булғандан һуң, ҡул оҫтаһы Гөлфиә Ханнанованың өйөнә барҙылар.
  • Бында педагогия хеҙмәте ветераны Гөлзәйнәп Нафиҡова, шулай уҡ Шәрифә Йәлилова, Рәсилә Юлмөхәмәтова ҡаршы алды.
  • Әҙиптең шиғырҙарын сигеп, Рәшит Назаровтың ижадын пропагандалауҙа, уның исемен мәңгеләштереүҙә күп көс һалған Гөлфиә Нурғәле ҡыҙының ҡул эштәре һоҡландыра.

Ҡунаҡтар тел үҙенсәлектәрен өйрәнеп, һөйләште тыңлап, был эштәрен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманылар, әлбиттә. Алда уларҙы башҡа ауылдарҙа ла тағы ла осрашыуҙар көтә.

Студенттар – диалектоголик практикала
Студенттар – диалектоголик практикала
Студенттар – диалектоголик практикала
Студенттар – диалектоголик практикала
Студенттар – диалектоголик практикала
Студенттар – диалектоголик практикала
Студенттар – диалектоголик практикала
Студенттар – диалектоголик практикала
Студенттар – диалектоголик практикала
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: