Уҡыусылар бүләкләү тантанаһына барҙы, Өфө ҡалаһын да күреп, яңы хәтирәләр алып ҡайтты.
Тантанала балаларға Һәм уларҙың етәкселәренә, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәре менән Башҡортостанда бала хоҡуҡтары буйынса вәкил О.Ю. Панчихина, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе К. С. Первов, Рәсәй Федерацияһы Граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары В. Н. Горин, республика буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау төркөмөнөң махсус йөкләмәләре буйынса өлкән инспекторы Л. Ш. Зиннуров мөрәжәғәт итте.
Бүләкләүҙән тыш, сара ҡатнашыусыларға күңел асыу һәм танып белеү программаһын тәҡдим итте: хәүефһеҙлек тураһында уйындар һәм беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.