«Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәләр Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған көн» Бөтә Рәсәй акцияһы 2024 йылда һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. 2024 йылдың 31 мартына тиклем башҡа белем биреү учреждениеларында ла был акция ойошторола,, унда ҡатнашырға мөмкинлек бар әле.
Акцияның маҡсаты-психологик көсөргәнешлекте кәметеү, имтихан үткәреү процедураһы менән танышыу. Берҙәм дәүләт имтиханы үткән көндә ата-әсәләр телефондарын һәм шәхси әйберҙәрен тапшырҙы, имтихан алды контролен үтте һәм аудиторияла шәхси урындарына ултырҙы.
Ойоштороусылар инструктаж үткәрҙе, унда, ысын имтихандағы кеүек, теркәлеү һәм яуап бланкылары тултырылды.
Быйыл ата-әсәләр өсөн «Тарих» предметы буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тәүге тапҡыр уҙғарылды, сөнки беҙҙең көндәрҙә илебеҙ тарихын белеү айырыуса мөһим.
Акцияны үткәреү сиктәрендә буласаҡ сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләренә 2024 йылдан имтихан материалдарын баҫтырыу һәм имтихан эштәрен сканерлау туранан-тура имтихан тапшырыу пункты- булған аудиторияларҙа үткәреләсәге тураһында аңлаттылар.