Сарала Башҡортостан, Татарстан, Марий Иле республикаларынан, Владимир, Пенза өлкәләренән, Пермь крайынан 124 уҡыусы ҡатнашты.
Ҡазан федераль университетынан, Татарстан фәндәр академияһынан, Фәндәр академияһының Экология проблемалары һәм тәбиғәттән файҙаланыу институтынан, Иҙел-Кама дәүләт биосфераһы ҡурсаулығынан, Балалар ижады үҙәгенән, В.Г. Тимирясов исемендәге Ҡазан инновациялар университетынан абруйлы баһалама ағзалары һигеҙ секцияла эштәрҙе тикшерҙе.
«Альтаир» өҫтәмә белем биреү учреждениеһының «Йәш эҙләнеүселәр» берләшмәһе уҡыусылары Данияр Хәсәнов, Айлина Ғәзиева, Айвар Вәлишин, Лиана Йәлилова һәм Яна Санчаева (етәкселәре – Рима Ильдус ҡыҙы Юнысова һәм Илнур Ризат улы Мәҡсүтов) конференция эшендә ҡатнашты..
Һөҙөмтәләр буйынса Данияр Хәсәнов «Биологик төрлөлөктө һаҡлау» секцияһында икенсе урын яуланы, ә Айлина Ғәзиева «Агроэкология һәм тәбиғәтте һаҡлауҙа практик эшмәкәрлек» секцияһында еңеүсе булды.
Уҡыусыларға тағы ла ижади үрҙәр яуларға яҙһын!
Сығанаҡ: https://vk.com/club161306692