-2 °С
Болотло
Мәҫәлән, 20 февралдә саф һауала "Күңелле ҡышҡы уйындар“ исемле сара үткәрелде. Балалар төрлө уйындар уйнаны, күңелле эстафеталарҙа ярышты. Сәмләнеп, кемуҙарҙан йүгерешеп арығас, уҡыусылар уҡытыусылар менән бергәләп белен, бауырһаҡтар, самауыр сәйе менән һыйланды. Боҫорап ултырған самауыр янында көлөшә-көлөшә, эҫе сәй эсеү бигерәк тә тәмле булды! Бит алмалары ҡыҙарышҡан, күҙҙәре осҡон сәсеп торған балаларҙы күҙәтеүе лә бер кинәнес!
Балаларға ла ,ололарға ла саф һауала үткән был байрам бик оҡшаны. Хатта ҡайткылары килмәй тағы ла оҙаҡ ҡына уйнанылар.