Рух
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Февраль , 00:58

ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ

Талбазы ауылы Лицейында ҡунаҡта ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булған "Баһрам" ҡушаматлы хәрби хеҙмәткәр булды.

ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ
ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ

Был ваҡиға балаларҙа ғына түгел, өлкәндәрҙә лә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бындай осрашыуҙар мәктәп уҡыусыларына хәрби хәрәкәттәр донъяһын аса һәм уларға Ватанды һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалған ысын геройҙарҙы күрергә мөмкинлек бирә.

Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, армияла хеҙмәт итеү өсөн ниндәй күнекмәләр кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынды.
"Баһрам" ҡушаматлы хәрби хеҙмәткәр МХО тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм һәр төрлө ауырлыҡтарға әҙер булыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне. Ул армияла хеҙмәт итеүҙең Ватанға хеҙмәт итеү генә түгел, ә шәхси үҫеш һәм үҙ - үҙеңде үҫтереү мөмкинлеге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яугир мәктәп уҡыусыларының хаттарын һәм һүрәттәрен алып һөйөнөүҙәрен әйтте, улар өсөн дә рәхмәтен белдерҙе.
Тиҙҙән "Баһрам" ҡабат хеҙмәт урынына, МХО-ға юлланасаҡ. Уның еңеү менән, ә иң мөһиме – иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ.

Бындай саралар йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә һәм хәрби хеҙмәткә ихтирам формалаштырыуҙа мөһим аҙым булып тора. Уҡыусылар ысын геройҙарҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә , уларҙың тарихтарын һәм һабаҡтарын ишетергә тейеш. Киләсәктә үҙҙәре лә Ватанды һаҡлаусылар рәтенә баҫыр тип ышанғы килә . Сөнки һәр ир-егет тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә, батырлыҡ һәм патриотизм тигән төшөнсәне лә оноторға ярамағанлығын аңларға тейеш.

 Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,

Талбазы Лицейы уҡытыусыһы.

ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ
ЯУГИР МЕНӘН ОСРАШЫУ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: