Китапхана хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙы ихлас ҡаршы алды. Улар телдәр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, уйындар уйнатты,һорауҙар бирҙе.
“Тел- милләт йәне” тип аталған китап күргәҙмәһе лә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Балалар тел тураһында шиғырҙар һөйләне, “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарҙы .Китапханасы апайҙар балаларға китаптар бүләк итте.
Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, күптәре юғалыу сигендә. 21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бөгөнгө көндә һәр кемдең бурысы .
Бай йөкмәткеле кисә үткәргән китапхана хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Айгөл ҺАТЛЫҠОВА,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.