Рух
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Февраль , 15:31

МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙҘАР

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы филиалы булған Түрҫәгәҙе мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыларының семинар-кәңәшмәһе үтте. Сара Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналды.

МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙҘАР
МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙҘАР

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, мәктәп мөдире Наталья Данилова яҡты, матур белем усағы менән таныштырҙы. М.Ишемғолов кабинет-музейында ла булдылар. Икенсе ҡаттың фойеһында “Һоҡландыра оҫта ҡулдар” күргәҙмәһе урынлашҡайны. Бында төрлө техникала эшләнгән ҡул эштәре күҙ яуын алып тора.

Артабан килеүселәр асыҡ дәрестәр ҡараны. 8-се класта Алһыу Раянова “Бар булмышы халҡы рухы һымаҡ...” темаһына, 2-се класта Рәзинә Ильясова “Һүҙҙе юлдан юлға күсереү” темаһына дәрестәр күрһәтте. Балаларҙың әүҙемлеге, телде белеүе һоҡландырҙы.

“Алтын тирмә” интеллектуаль уйынында ике команда Башҡортостан символдары, халыҡ көнкүрешенә, телгә ҡағылышлы, яҙыусы-шағирҙар тураһында һорауҙарға яуаптар бирҙе. Тиҙ уйлауға, сослоҡҡа, әлбиттә, белемдәрҙе асыҡлауға ҡоролған уйын бик ҡыҙыҡлы үтте. “Илһөйәрҙәр” һәм “Телһөйәрҙәр” командалары дөрөҫ яуап өсөн мәрәй-тәңкә ала барҙы. Алһыу Ураз ҡыҙы һәр уҡыусыға дәртләндереү, хуплау һүҙҙәре табып, әүҙемлеккә саҡырырға ла өлгөрҙө.

Турҙар араһында музыкаль тәнәфес тә ҡаралған ине.  2-се класс ҡыҙҙары бейеү башҡарҙы,  9-сы класс уҡыусыһы Илүзә Ҡаһирова йыр менән сығыш яһаны. Ауылдың башҡорт рухлы аҡһаҡалы Ҡәнзәфәр Ғәлиев башҡорт музыка ҡоралдары – ҡурай, ҡумыҙ, думбыра – тураһында оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, тиһәк тә хата булмаҫ. Төрлө халыҡ көйҙәрен дә уйнап күрһәтте.

Районда башҡорт телен уҡытыу торошо тураһында отчет, сығыштарҙан, фекер алышыуҙарҙан һуң, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы  Луиза Бикбаева әүҙем, һөҙөмтәле эшләүсе уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Шулай уҡ семинарға Талбазы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытып хаҡлы ялға сыҡҡан Зөлфиә Урал ҡыҙы Йәғәфәрова ла саҡырылғайны. Уға Луиза Ринат ҡыҙы шулай уҡ Рәхмәт хаты тапшырып, бүләк тә бирҙе. Кәлсер мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Абдрахманова хөрмәтле педагогҡа йыр бүләк итте.  Һөйләшеү милли ризыҡтар менән мул сәй табыны артында дауам итте. Барыһы ла хужаларға ихлас рәхмәттәрен белдереп, тағы ла ижади уңыштар теләне.

Бындай осрашыуҙар һөҙөмтәле лә, тәжрибә уртаҡлашыуға бер сәбәп тә булып тора.

МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙҘАР
МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙҘАР
МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙҘАР
МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙҘАР
МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙҘАР
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: