Рух
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Февраль , 10:31

ЙӘШ ШАХМАТСЫЛАР

Талбазы ауылында командалар араһында зирәктәр уйыны, йәғни шахмат буйынса ярыш уҙҙы.

ЙӘШ ШАХМАТСЫЛАР
ЙӘШ ШАХМАТСЫЛАР
  • Популярлығын юғалтмаған был уйын һәр йыл һайын үҙенең дуҫтарын йыя. Бына быйыл да алты команда үҙ-ара көс һынашты. Иң зирәге, аҡыллыһы, көслөһө булып Талбазы ауылы Лицейы уҡыусылары ҡалды. К
  • омандала 9б класы уҡыусыһы Радмир Тимербулатов, 8г класс уҡыусыһы Таһир Иҙрисов, 6б класс уҡыусыһы Радмир Ғүмәров, 5б класс уҡыусыһы Илина Йәғәфәрова көс һынашты. Тренерҙары Илшат Минивәрис улына был еңеү өсөн команданы оҙаҡ ваҡыт әҙерләргә тура килде. Һәм бына һөҙөмтә – 1-се урын, еңеүселәр!
  • Был команда районыбыҙҙы республика кимәлендә яҡларға юлланасаҡ. Уҡыусыларға һәм уларҙың тренерына уңыштар, тағы ла еңеүҙәр, үрҙәр теләйбеҙ!!!

 

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,

Талбазы Лицейы уҡытыусыһы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: