Рух
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Декабрь 2023, 13:16

МИНЕҢ УҢЫШЛЫ ЙЫЛЫМ

"2023 йыл тамамланып та бара. Ул минең өсөн уңышлы ғына килде", тип үҙенең шатлығы менән уртаҡлаша Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Лиана Йәлилова.

МИНЕҢ УҢЫШЛЫ ЙЫЛЫМ
МИНЕҢ УҢЫШЛЫ ЙЫЛЫМ
  • Яҙ көнө Ҡазан ҡалаһында төбәк - ара эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып ҡайтһаҡ, ноябрь аҙағында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй Вавилов фәнни - ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу бәхете татыны.
    Әлдә әле ошондай сараларҙа ҡатнашырға әйҙәп тороусы остазыбыҙ биология уҡытыусыһы Илнур Ризат улы Мәҡсүтовҡа бар тип ҡыуанабыҙ. Уға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
    Фәнни - ғәмәли конференцияла Рәсәйҙең төрлө ҡала, өлкәләренән иң -иңдәре йыйылғайны. Бай йөкмәткеле эштәр күп булды.
    Беҙҙең гимназиянан мин һәм 9-сы синыфтан Санчаева Яна һәм Гәзиева Айлина ҡатнашты. Сығыштан һуң абруйлы ғалимдарҙың һорауҙарына яуап биреү бер аҙ тулҡынландырғыс булды. Әммә уҡытыусыбыҙ һүҙен ҡолаҡта тотоп, уңышлы ғына сығыш яһаныҡ.
    Яна 2-се , Айлина һәм мин 3-сө дәрәжә дипломына лайыҡ булдыҡ.
  •  
  • Буш ваҡыт аҙ ҡалыуына ҡарамаҫтан Рәсәйҙең баш ҡалаһын да күреп өлгөрөрҙөк.
    Ҡыҙыл Майҙанда, ВДНХла булған күргәҙмәләр иҫ киткес матур, серле ине. Мәскәүҙә Яңы йылға әҙерлек гөрләп бара!
    Башҡортостанға яҡшы тәҫьораттар, тәжрибә туплап, яңы йыл кәйефе алып ҡайттыҡ.
  •  
  • Бөтә Рәсәй "Вавилов уҡыуҙары - 2023" тә ҡатнашырға мөмкинселек биргәндәре өсөн Ауырғазы районы мәғариф бүлегенә, гимназиябыҙ администрацияһына, һәр саҡ беҙҙең менән бер тулҡында булған Илнур Ризат улына һәм ата-әсәйемә ҙур рәхмәтемде еткерәм.

Лиана ЙӘЛИЛОВА.

МИНЕҢ УҢЫШЛЫ ЙЫЛЫМ
МИНЕҢ УҢЫШЛЫ ЙЫЛЫМ
МИНЕҢ УҢЫШЛЫ ЙЫЛЫМ
МИНЕҢ УҢЫШЛЫ ЙЫЛЫМ
МИНЕҢ УҢЫШЛЫ ЙЫЛЫМ
МИНЕҢ УҢЫШЛЫ ЙЫЛЫМ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: