Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2023, 22:38

ГИМНАЗИЯ УҠЫУСЫЛАРЫ КОНФЕРЕНЦИЯНАН УҢЫШТАР МЕНӘН ҠАЙТТЫ

Бөгөн, 14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары үҙҙәренең класс етәкселәре менән Өфө ҡалаһының 20-се Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһында матур сарала булып ҡайтты.

ГИМНАЗИЯ УҠЫУСЫЛАРЫ КОНФЕРЕНЦИЯНАН УҢЫШТАР МЕНӘН ҠАЙТТЫ
ГИМНАЗИЯ УҠЫУСЫЛАРЫ КОНФЕРЕНЦИЯНАН УҢЫШТАР МЕНӘН ҠАЙТТЫ

Улар Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина тыуыуына 110 йыллыҡ юбилейына арналған Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнаштылар. Конференцияла эштәр 4 номинацияла : 1-4 класс уҡыусыларының инша, шиғырҙары, ҡул эштәре, һүрәттәре, видеоклиптары буйынса баһаланды. 5-8 класс уҡыусылары тикшеренеү эштәре менән сығыш яһаны, 9-11 класс уҡыусылары үҙҙәренең проекттарын күрһәтте.

"Ҡояш булып балҡый һинең эҙең, уҡыусыңдан ҡалған һәр эҙҙә" номинацияһында Розалия Йәлилованың уҡыусыһы Сулпан Ғәлиуллина еңеүсе булды. Афарин, Сулпан!


Ә 1-се класс уҡыусыһы Асҡар Йәлилов призер булды. Уның уҡытыусыһы - Айгөл Һатлыҡова.

Гимназия уҡытыусылары ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәрен белдерә. Балалар республика кимәлендәге уңыштары менән ғорурлана ала. Афарин! Алда ла уларға уңыштар насип булһын!

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас