Рух
-3 °С
Облачно
Мәғариф
17 Ноября 2023, 06:07

ӨФӨНӨҢ ТАРИХИ УРЫНДАРЫНА ЭКСКУРСИЯ

Балалар өсөн генә түгел, өлкәндәргә лә «Эх, Өфө, минең ҡалам!» экскурсияһы бай йөкмәткеле һәм бик мауыҡтырғыс булды. Унда булған Түрһәгәҙе мәктәбе уҡыусылары һәм инглиз теле уҡытыусыһы Гөлсиә Юнысова күргәндәре менән уртаҡлашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
ӨФӨНӨҢ ТАРИХИ УРЫНДАРЫНА ЭКСКУРСИЯӨФӨНӨҢ ТАРИХИ УРЫНДАРЫНА ЭКСКУРСИЯ
ӨФӨНӨҢ ТАРИХИ УРЫНДАРЫНА ЭКСКУРСИЯ

Райондың бер нисә мәктәбенән 50 уҡыусы башҡалабыҙҙа ике көнлөк сәйәхәттә булып ҡайтты. Килеү менән уларҙы «Өфө – хеҙмәт даны ҡалаһы» скверына, Дуҫлыҡ монументына, сувенирҙар кибетенә алып барҙылар. Милли музейҙа булыу үҙе бер ҙур ваҡиғаға әйләнде. Башҡортостандың хайуандар, үҫемлектәр донъяһы менән танышыу бик ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәтле лә булды. Музейҙың 35  бүлмәһендә нимәләр генә күрмәне улар!

Уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе, Ҡунаҡһарай, башҡаланың тарихи үҙәге булған урындарҙа йөрөү бик тә оҡшаны. Салауат Юлаев һәм Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлдәренең мөһабәтлелегенә, киске Өфөнөң матурлығына һоҡландылар. Гидтың һөйләгәндәрен ихлас тыңланылар, күп нәмә белделәр. Беренсе көн хәтирәләре менән уртаҡлашып, Гоголь урамындағы ҡунаҡханала киске ашты ашанылар һәм уңайлы бүлмәләрҙә йоҡланылар.

Икенсе көн мажаралары Ретроавтомобилдәр музейына барыуҙан башланды. Ретрогараж менән танышыу үҙе бер тамашаға әйләнде. Әлбиттә, экскурсия билдәле Еңеү паркын да үҙ эсенә алды. Ундағы хәрби техника менән ҡыҙыҡһындылар, фотосессия ойошторҙолар.  Икенсе көн дә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Уҡыусылар өсөн был ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ҡына түгел, ә уларҙың белем даирәһен киңәйткән онотолмаҫ сара булды. Улар ҙа, оҙатып йөрөүсе өлкәндәр ҙә ойоштороусыларға шундай әһәмиәтле һәм йөкмәткеле экскурсия өсөн рәхмәтле.

ӨФӨНӨҢ ТАРИХИ УРЫНДАРЫНА ЭКСКУРСИЯ
ӨФӨНӨҢ ТАРИХИ УРЫНДАРЫНА ЭКСКУРСИЯ
ӨФӨНӨҢ ТАРИХИ УРЫНДАРЫНА ЭКСКУРСИЯ
ӨФӨНӨҢ ТАРИХИ УРЫНДАРЫНА ЭКСКУРСИЯ
ӨФӨНӨҢ ТАРИХИ УРЫНДАРЫНА ЭКСКУРСИЯ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас