

Райондың балалар йортоноң йылъяҙмаһы 1933 йылда башлана. 85 йыл дауамында был йорт ауыр тормош шарттарында ҡалған йөҙләгән малай һәм ҡыҙҙарға тыуған өй йылыһын бирә.
1933 йылдан алып 2018 йылға тиклем бында республиканың төрлө яҡтарынан, хатта башҡа төбәктәрҙән йәтим ҡалған сабыйҙарҙы һыйҙыра. Ошо арауыҡта булған төрлө тарихи ваҡиғаларҙы бөтә ил менән бергә кисерә. Аслыҡ йылдары, дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаларҙы төрлө һынауҙар аша үтергә мәжбүр итә. Ошо ерҙә үҙенә һыйыныр мөйөш тапҡан, оло тормош юлына юллама алған күпме яҙмыш. Күп кенә сығарылыш уҡыусылары тыуған балалар йортон төрлө тармаҡта үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән данлай, тыуған ил өсөн уңышлы хеҙмәт һала. Бөгөн улар араһынан махсус хәрби операцияла Ватан һағында тороусылар ҙа бар.
Күп йылдар буйына балалар йортоноң коллективын Гөлфая Рамаҙанова етәкләне. Күпме тәрбиәселәр күңелен биреп эшләне.Бөгөн бында булған барлыҡ ваҡиғалар тураһында хәтер мәңгеләштерелде. Таҡтаташты асыу буйынса проектты тормошҡа ашырыусылар Ауырғазы балалар йортоноң асылыуына 90 йыл тулыуға ҙур һәм әһәмиәтле эш башҡарҙы. Хәтер мәңгелек!
Бөгөн был бинала балалар тауышы яңғырай: бында матур мәктәп эшләй.