Рух
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2023, 10:49

ТОРАТАУҒА КҮҢЕЛЛЕ СӘЙӘХӘТ

ТҮРҺӘГӘҘЕ МӘКТӘБЕНЕҢ 5-8 КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ ҺӘМ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ  – БАРЛЫҒЫ 19 КЕШЕ – БАШҠОРТОСТАНДЫҢ БИЛДӘЛЕ ШИХАНЫНА ТУРҒА БАРЫП ҠАЙТТЫ

ТОРАТАУҒА КҮҢЕЛЛЕ  СӘЙӘХӘТ
ТОРАТАУҒА КҮҢЕЛЛЕ СӘЙӘХӘТ

Иртәнге 9-ҙа барыһы ла мәктәп янына йыйылып махсус автобуста Стәрлетамаҡ яғына юл алдылар.  

Урынға килеп еткәс, Торатауҙың итәгендә урынлашҡан арт-объект - “Мин Торатауҙы яратам” стелаһы янында фотоға төштөләр.  Артабан ГУЛАГ емереклектәрен ҡаранылар. Гид барыһы тураһында ла мауыҡтырғыс итеп һөйләй барҙы.

Экоһуҡмаҡтан Торатауҙың иң бейек түбәһенә менеү бигерәк тә оҡшаны. Өҫтән ҡарағас, тирә-яҡта һоҡланғыс күренеш асыла:  таҫмалай тигеҙ юлдар, йәйрәп ятҡан сәсеүлектәр, урман һәм аҡландар.  Бында ла фотоларға төшөп, кире аҫҡа йүнәлделәр.

Тауҙан төшөүгә тәмле төшкө аш көтә ине. Шул уҡ ваҡытта фәнни роликтар был геопарк тураһында таныштырып барҙы.

Һуңынан балалар туңдырмалар һатып алды,  теләүселәр өсөн ҡымыҙ ҙа алып була ине. Барлыҡ уңайлыҡтар булыуы,  бөтә ерҙәге бөхтәлек, матурлыҡ күҙгә салына.

Турҙың программаһының  һуңғы өлөшө Стәрлетамаҡ ҡалаһының тарихи урындарына барыу булды.

Экскурсияның бай программаһы әһәмиәтле һәм мауыҡтырғыс булһа, һауа торошо ла һынатманы – сағыу ҡояшлы йылы көн тура килде.  

Уҡыусылар бындай сәйәхәттән ҙур тәьҫораттар менән, л буйына йырҙар йырлап, күргәндәре тураһында һөйләшеп ҡайттылар. Тағы ла Башҡортостандың башҡа ерҙәрен дә күрергә теләктәре уянды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: