Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2023, 13:40

ХЫЯЛДАР ТОРМОШҠА АШҺЫН!

Республикала уҡыусыларҙың үҙҙәренең башланғысы менән төрлө проекттар тәҡдим итеү мөмкинлеге бар. Быға Көйәҙебаш мәктәбе уҡыусылары ла ҡушылды.

ХЫЯЛДАР ТОРМОШҠА АШҺЫН!
ХЫЯЛДАР ТОРМОШҠА АШҺЫН!

10 класс уҡыусыһы Азалаия Уразбахтина етәкселегендәге уҡыусылар командаһының  ««Точка кипения» мәктәп музыкаль студияһы» проекты мәктәптә тауыш биреүҙә еңеп сыҡты.

Конкурстың төп шарттарының береһе – финанслауҙың өҫтәлмә сығанаҡтарын йәлеп итеү. Проектты торошҡа ашырыу өсөн индерелгән өлөш матди йәки матди булмаған формала була ала.

Уҡыусылар райондың эшҡыуарҙарынан ошо проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуҙарын үтенә. Мәктәп – балалар күп ваҡытын үткәргән урын. Белем алыу менән бергә, һәр баланың теге йәки был һәләтен асыу ҙа мөһим. Бәлки, кемдер ҙур сәхнәлә сығыш яһарға йәки үҙ музыкаһын яҙырға теләйҙер.

Балаларҙың яҡты киләсәге тигән һүҙҙәре буш булмаһын, ә ысынлап та, хыялдары тормошҡа ашһын ине!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: