Рух
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Май 2023, 17:10

БАЛАЛАР ҺАБАНТУЙЫ ГӨРЛӘП ҮТТЕ

БӨГӨН, ПИОНЕРҘАР КӨНӨНДӘ, КӘЛСЕР МӘКТӘБЕНДӘ ЭЛЕКТӘН ҮК КИЛГӘН ТРАДИЦИЯ БУЙЫНСА БАЛАЛАР СПОРТ МАЙҘАНЫНДА ТӨРЛӨ УЙЫНДАРҘА ҠАТНАШЫП, БҮЛӘКТӘР АЛДЫ.

БАЛАЛАР ҺАБАНТУЙЫ ГӨРЛӘП ҮТТЕ
БАЛАЛАР ҺАБАНТУЙЫ ГӨРЛӘП ҮТТЕ

Алдағы көндә Яңы Кәлсер, Кәлсербуран, Кешәнле һәм Дүртөйлө ауылдарында йәшәүсе уҡыусылар ауыл буйлап йөрөп, һабантуйға бүләктәр һәм йомортҡа йыйҙылар. Халыҡ ихлас күңелдән балаларҙың ҡолғаһына бүләктәр бәйләп ебәрҙе, биҙрәләренә йомортҡалар һалды.

Бөгөн иһә мәктәп майҙаны балалар тауышынан гөрләп торҙо. Бер ерҙә малайҙар көрәшәләр, икенсе ерҙә көршәк ваталар, тоҡ кейеп йүгерәләр. Күҙҙе бәйләп бүләк киҫкән урында ла сират теҙелгән. Йүгереү, обруч әйләндереү һәм тағы ла төрлө ярыштар бик ҡыҙыҡ бара.

Байрамды күрергә килгән ата-әсәләр, өләсәйҙәр ҙә тик торманы, тоҡ кейеп ярыштылар, сүлмәк ваттылар.

Ә ашнаҡсы апайҙары эҫе сәй, бешкән йомортҡалар менән һыйланы. Һәр уҡыусы бүләк алып шатланды. 

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас