Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Май 2023, 12:25

Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ниндәй идеялар менән йәшәй?

Башҡортостанда уҡыусыларҙың инициатива проекттарын финанслау ғәмәлгә индерелде. Хәҙер уҡыусылар үҙҙәре ниндәй проблеманы хәл итеүҙе билдәләй һәм инициатива проекттарын тәҡдим итә ала.

Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ниндәй идеялар менән йәшәй?
Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ниндәй идеялар менән йәшәй?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Республика биләмәһендә мәктәп уҡыусыларының башланғыстарына нигеҙләнгән инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыу һәм Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәрендә предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү тураһында»ғы указға үҙгәрештәр индереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда уҡыусыларҙың инициатива проекттарын финанслау ғәмәлгә индерелде. Хәҙер уҡыусылар үҙҙәре ниндәй проблеманы хәл итеүҙе билдәләй һәм инициатива проекттарын тәҡдим итә ала. “Мәктәп инициативаһын бюджетлау" проекттарын финанслау республика һәм муниципаль бюджет, шулай уҡ бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.


Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 14 йәше тулған 7 – 11 класс уҡыусылары ҙур теләк менән ҡушылды. Уҡыусыларҙың 5 командаһы уҡытыу һәм тәрбиә сифатын яҡшыртыу буйынса үҙ проекттарын тәҡдим итте: «Матбуғат үҙәге (Пресс-центр)», "Гимназия велопарковкаһы", "Спорт майҙансығы", "Эмоцияларҙан арыныу бүлмәһе” (Кабинет эмоциональной разгрузки)", “Мәктәп ихатаһы”. Ошо проекттарға тауыш биреү процесы үтте. Йыйылыш рәйесе һәм секретары, иҫәп комиссияһы ағзалары һайланып ҡуйылды. Проекттар бик ҡыҙыҡлы һәм һәр береһе үҙенсәлекле ине. Яҡлау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Конкурста ҡатнашыусылар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы
Гимназияның 5-11 класс уҡыусылары, тауыш биреү юлы менән, тәҡдим ителгән 5 проекттың бары тик берәүһен генә һайлап алды: “Мәктәп ихатаһы”. Был проекттың маҡсаты- гимназия тирә-яғын төҙөкләндереү һәм гимназия алдына яҡташ шағирыбыҙ Рәшит Назаровҡа арнап бюст ҡуйыу.
Проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм еңеүсе командаға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Маҡсатыбыҙға ирешеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға яҙһын!

 

Светлана АТМАСОВА, башланғыс кластар уҡытыусыһы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: