Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Март 2023, 10:40

РӘХМӘТ ҺИҢӘ. ИЛҺАМ БИРГӘН ЙЫЛҒАМ...

Минира БИКӘНӘСОВА. ТӨРӨМБӘТ МӘКТӘБЕНДӘ РӘМЗИЛ ВӘЛИЕВ ИЖАДЫНА АРНАЛҒАН ДӘРЕС ҮТТЕ. БЫЛ ТУРАЛА МИНИРА БИКӘНӘСОВА МӘҠӘЛӘҺЕН УҠЫҒЫҘ.

РӘХМӘТ ҺИҢӘ. ИЛҺАМ БИРГӘН ЙЫЛҒАМ...
РӘХМӘТ ҺИҢӘ. ИЛҺАМ БИРГӘН ЙЫЛҒАМ...

Өршәк йылғаһының әллә илһамландырыусы тылсымы бармы икән? Шулай булмаһа, Төрөмбәт ауылынан ҡабатланмаҫ ижады менән таң ҡалдырған бер түгел, ике шағир сыҡмаҫ ине. Рәшит Назаровтың исемен шиғриәт һөйөүселәр яҡшы белһә, Рәмзил Вәлиевтең ижадын, талантын онотмаусылар – башлыса шағирҙың ауылдаштары.

Төрөмбәт мәктәбендә шағир Рәмзил Вәлиев иҫтәлегенә "Мең ҡамыштың береһе мин үҙем" исемле дәрес үтте. Шағирҙың тормош, ижад юлына байҡау яһалды, уҡыусылар шиғырҙарын һөйләне. Рәмзил Вәлиевтың бер туған апаһы Земфира Иҙрисова ҡустыһы тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште, яратҡан шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе

.Дәрес мәктәптең тарихи-этнографик музейында үтте, бында шағирға арналған стенд бар. "Рәмзил туғанымдың 200-гә яҡын шиғырҙары электрон форматта йыйылған, бәлки уларҙы киләсәктә китап итеп баҫтырыу мөмкин булыр",- тине Земфира апай. Ҡулъяҙмаларын музейға алып килергә вәғәҙә бирҙе.
Ҡыҫҡа ғына ғүмер юлында Рәмзил Вәлиев матур ижад өлгөләре ҡалдырған, уның шиғырҙарын билдәле яҙыусылар Ҡәҙим Аралбай, Риф Мифтахов, Ким Әхмәтйәнов юғары баһалаған. Ауылдашыбыҙ Гөлфиә Ханнанова шиғри картиналар сигеп эшләгән. Ҡәләмдәше, студент йылдары дуҫы Әхсән Хәлилов та шағир тураһында йылы иҫтәлектәрен яҙып ебәргән.
Аҫылташҡа тиң һәләтле яҡташтарыбыҙҙың ижадына киләсәк быуындар ҙа битараф булмаһын ине.


"Рәхмәт һиңә, илһам биргән йылғам,
Һиндә тыуҙы һәр йыр, һәр һүҙем,
Улай әйтмәҫ инем, ярыңдағы
Мең ҡамыштың береһе – мин үҙем..."

 

Автор:
Читайте нас: