Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Март 2023, 12:56

ИЗГЕ ТОЙҒОЛАРҘАН ТЫУҒАН ЮЛДАР (Гөлфирә Ғәскәрова)

(Аҙағы) Билдәле булыуынса, һәр замандың үҙ заңы. Бөйөк оло Ватаныбыҙ ышаныслы аҙымдар менән алға атлаған дәүерҙә ижад ителгән шиғырҙарҙа илһөйәрлек рухы, өлгәшелгән уңыштар, яңынан-яңы асыштар, ҡаҙаныштар менән ғорурлыҡ тойғолары ярылып ята.

ИЗГЕ ТОЙҒОЛАРҘАН ТЫУҒАН ЮЛДАР (Гөлфирә Ғәскәрова)
ИЗГЕ ТОЙҒОЛАРҘАН ТЫУҒАН ЮЛДАР (Гөлфирә Ғәскәрова)

Билдәле булыуынса, һәр замандың үҙ заңы. Бөйөк оло Ватаныбыҙ ышаныслы аҙымдар менән алға атлаған дәүерҙә ижад ителгән шиғырҙарҙа илһөйәрлек рухы, өлгәшелгән уңыштар, яңынан-яңы асыштар, ҡаҙаныштар менән ғорурлыҡ тойғолары ярылып ята. Әлбиттә, йыш ҡына “партия, Ленин, Октябрь таңы” һымаҡ һүҙҙәр ҙә осрап тора. Бөгөнгө быуын өсөн ҡолаҡҡа ятыраҡ яңғыраһа ла, ул замандарҙа был һүҙҙәр бик урынлы ине.

Ошо рухта яҙылған ҡайһы бер шиғырҙарының айырым юлдарын килтереп үткем килә. Салауат Юлаев һәйкәлен тәүләп барып күргәндән һуң ул шиғыр юлдары менән милли батырыбыҙға өндәшә:

Күҙ ташла һин тирә-яғыңа –

Күпме унда һинең туғаның!

Танымаҫлыҡ баҡса яһанылар

Ҡылғанлы тау, татыр туғайын.

Күрәһеңдер ҡала-ауылдарҙы

Балҡытыусы Ильич уттарын,

Ишелеп үҫкән иген баҫыуҙарын

Һәм хужаһы – ялан улдарын!

Йәки бына “Оләсәйем, бер һүҙ әйтәйем” исемле шиғырында бәләкәй сағында оләсәһенән ишеткән “кеше яҙмышы уның маңлайына яҙылған” тигән һүҙҙәр менән бәхәскә инеп, бына ни тип яҙған:

Яҙылған яҙмышым мин тыуғансы

Түгел маңлайыма, битемә –

Яҙылған ул алтын хәреф менән

Конституция битенә!

Халыҡтар араһындағы берҙәмлекте, татыулыҡты данлаған, тыныслыҡты һаҡлау идеяһын алға һөргән “ Байрам менән!” тип аталған шиғыры Беренсе Май байрамына арнап яҙылған. Унда һәр кемдең күңелендәге иң изге уйҙар сағылыш таба: “Юлдаш булһын бөтә Ер халҡына татыулыҡ!”, “Майҙа бар донъяны урап алһын тыныслыҡтың бөйөк байрағы!”

1970 йылда Айға үҙйөрөшлө “Луноход” аппараты төшөрөлгәс иһә, әсәйем ихлас ғорурлыҡ менән: “О бөйөк аҡылы кешенең! Ул бөгөн Ай менән серләшә”, – тип яҙған.

Тап илле йыл элек, “СССР” тип аталған бөйөк Ватаныбыҙ төҙөлөүгә 50 йыл тулған көндәрҙә әсәйем, һәүәҫкәр ижадсыларҙың республика конкурсында ҡатнашып, ошо датаға арналған шиғыры менән Өфөлә сығыш яһаған. Ул былай тип тамамлана: “ Илле йәш! Тик сал сәстәр юҡ, йәш һаман! Атлай илем һәр көн йәшлеккә табан!”

Уҡытыусы булараҡ, әсәйем байтаҡ шиғырҙарын үҙ уҡыусыларына, ғөмүмән, йәш быуынға арнап яҙҙы. “Күргем килә”, “Тормош әлифбаһы”, “Юҡ, һис тынмаҫ!”, “Ни арала үҫеп китте ошо малай”, “Һуңғы ҡыңғырау” – тап шундайҙарҙан.

Уҡытыусы эшен баһалаусы

Үлсәү берәмеге юҡ әле.

Беҙҙең күңел күген биҙәп торор

Һеҙ яулаған хеҙмәт үрҙәре.

Бик күрәһем килә, йәш дуҫтарым,

Уҡыу, эштә үҫкәнде һеҙҙең,

Иң лайыҡлы хеҙмәт батырҙары,

Геройҙары булып илемдең!

Юғарыла телгә алынған илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғолары менән һуғарылған шиғырҙарынан тыш, әсәйем яҡындарын, тормошто, тәбиғәтте яратыу хистәрен дә шиғыр юлдарына һалған. Уларҙың ҡайһы берҙәрен мин әлеге осраҡлы ғына табылған ҡуйын дәфтәрендә башлап күрҙем һәм уҡыным. Йөрәгенең иң тәрән мөйөшөндә һаҡланған саф, изге хистәргә арналған был юлдар уның нескә күңелле, һиҙгер ҡатын-ҡыҙ, тоғро тормош юлдашы, яғымлы, һөйкөмлө әсәй булыуын сағылдыра.

Тормоштоң кире күренештәрен тәнҡитләп, йә иһә ҡыҙыҡлы осраҡтарҙы тасуирлап, шаярыу ҡатыш ижад ителгән юмористик шиғырҙарын электән уҡып белә инем. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһы ла һаҡланмаған. “Бер шофер ауыҙынан”, “Ай ҡыҙы”, “Үпкәләгән” исемлеләре генә әлеге ҡуйын дәфтәрендә теркәлгән. Һуңғы шиғырҙың йөкмәткеһе ғаиләләге кесе малайҙың уға арналған бер баҫма ла яҙҙырмаған ата-әсәһенә үпкә белдереүенән ғибәрәт:

Атайым, – ти, – “Правда” ала,

Һин үҙең – “Азат хатын”.

Комсомолец ағайымдың

Газетаһы бар тағы.

Бына тигән “Башҡортостан

Ҡыҙы” бар апайыма.

Гәзите лә, журналы ла

Пионер ағайыма.

Бөтәгеҙгә бар бит ана,

Ә ниңә юҡ бер миңә?

Бөгөндән үк яҙылайыҡ

Октябряттарҙыҡына!

Шиғриәт өлкәһендә профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүселәр күҙлегенән ҡарағанда, әсәйемдең шиғырҙарын, моғайын, үтә ябай, өлгөрөп етмәгән тип тәнҡитләргә лә булалыр. Шулай ҙа минең өсөн улар тап шул ябайлығы, ихласлығы менән яҡын. Кеше тирә-йүндәге хозурлыҡҡа, матур шәхестәргә һоҡланып, үҙендә тыуған кисерештәрҙе, хис-тойғоларҙы башҡаларға ла еткереү теләге менән ҡәләмгә тотона бит. Минеңсә, был осраҡта рифмалар камиллығы, ритмдың төҙөклөгө түгел, ә фекерләү, һығымта яһау һәләте һәм әлеге ихласлыҡ мөһимерәк. 

 

            Гөлфирә ҒӘСКӘРОВА,

БР һәм РФ Журналистар союзы,

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы.  

 

Дәүләкән ҡалаһы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: