Рух
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Март 2023, 11:34

ИЗГЕ ТОЙҒОЛАРҘАН ТЫУҒАН ЮЛДАР (Гөлфирә Ғаскарова)

Әсәйем Рәйхана Әхиәр ҡыҙы Аҡбулатова (Ҡунаҡбаева) – ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен уҡытыусы һөнәренә арнаған шәхес. Шуның 24 йылын (1954 – 1978) Усман (Ҡаҙморон) башланғыс мәктәбендә эшләне. Ошо йылдар эсендә мәктәпте 200-гә яҡын бала тамамлап сыҡҡан. 

ИЗГЕ ТОЙҒОЛАРҘАН ТЫУҒАН ЮЛДАР (Гөлфирә Ғаскарова)
ИЗГЕ ТОЙҒОЛАРҘАН ТЫУҒАН ЮЛДАР (Гөлфирә Ғаскарова)

Әсәйем Рәйхана Әхиәр ҡыҙы Аҡбулатова (Ҡунаҡбаева) – ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен уҡытыусы һөнәренә арнаған шәхес. Шуның 24 йылын (1954 – 1978) Усман (Ҡаҙморон) башланғыс мәктәбендә эшләне. Ошо йылдар эсендә мәктәпте 200-гә яҡын бала тамамлап сыҡҡан. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, уларҙың яртыһы тиерлек юғары белем алған. Күптәре яратҡан уҡытыусылары өлгөһөндә педагог һөнәрен һайлаған. Үҙ өлкәһендә юғары уңыштарға өлгәшкән табиптар һәм ауыл хужалығы белгестәре, инженерҙар һәм журналистар ҙа етерлек. Улар араһынан юғары вазифаларға лайыҡ булған талантлы етәкселәр һәм ойоштороусылар ҙа сыҡты.

Инициативалы, ижади кеше булараҡ, әсәйем гел генә ауыл томошоноң уртаһында ҡайнаны. Күп йылдар Төрөмбәт ауыл Советы депутаты булып торҙо, “Өршәк” колхозының Усман бригадаһында агитатор вазифаһын да башҡарҙы. Йәшерәк саҡтарында ауыл йәштәре менән спектаклдәр әҙерләп, клубта күрһәтә инеләр, атайым менән үҙҙәре лә төрлө ролдәрҙә уйнанылар. Уҡыусылар ҡатнашлығында концерттар тиһеңме, өлкәндәр өсөн күңелле Яңы йыл кисәләре, башҡа байрамдарға арналған саралармы – әсәйем һәр ваҡыт төп ойоштороусы, сценарий яҙыусы һәм алып барыусы булды. Тантаналы саралар айҡанлы докладтар яҙып, улар менән үҙе үк сығыш яһай торғайны.

Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендәге уңыштары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн әсәйем Ауырғазы район Советы башҡарма комитетының һәм район мәғариф бүлегенең күп кенә маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. 1970 йылда уға В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы – “Намыҫлы хеҙмәт өсөн” юбилей миҙалы, ә 1976 йылда “Хеҙмәт ветераны” миҙалы тапшырылды.

2001 йылда әсәйем вафат булғас, төп йортта йәшәгән киленебеҙ атай-әсәйебеҙҙең ғаилә альбомын миңә тапшырҙы. Шул ваҡытта унан әсәйемдең үҙ шиғырҙарын теркәп барған дәфтәрҙәрен дә һораным. “Юҡ бит инде улар, йыртылып, туҙылып бөткән”, – тип яуапланы килен. Шул тиклем үкенесле булғайны, сөнки әсәйем ара-тирә генә, күберәк үҙе өсөн, йәки төрлө тантаналарға, юбилейҙарға арнап ҡына яҙыша ине. Һирәкләп райондың ул саҡта “Ватан юлы” тип аталған гәзитендә лә баҫыла килде.

Шулай эҙһеҙ юғалған ҡуйын дәфтәрҙәренең береһен Усман ауылы мәктәбенең элекке директоры, әсәйемдең уҡыусыһы Минеғәйшә Шәмсиева 2021 йылдың авгусында ғына минең өлкән ҡыҙым Миләүшәгә тапшырған. Минеғәйшә Ғәррәф ҡыҙы үҙе күптән инде сит яҡта йәшәй, эшләй. Ауылға сираттағы отпускыһына ҡайтҡас, элекке ҡағыҙҙарын барлаған саҡта әлеге блокнотты ла табып алған икән. Ошо юғалтылған табылдыҡ өсөн Минеғәйшә туғанға ихлас рәхмәтемде белдергем килә.

Һәм бына, ниһайәт, әсәйемдең 1967 йылдан 1991 йылға тиклемге осорҙа яҙылған 48 шиғыры теркәлгән ҡуйын дәфтәре минең ҡулымда! Уларҙың яртыһы тиерлек – балаларына, коллегаларына, туғандарына арнап яҙылған ҡотлауҙар. Мин иҫләгәндәренән генә, тағы ла унлап шиғыры бында инмәгән. Яңынан күсереп яҙғанда төшөп ҡалғанмы улар, әллә был блокнотҡа һыймай, башҡа дәфтәрҙә һаҡланғанмы – әйтеп булмай.

Ярай, халыҡ әйтмешләй,бары менән байрам тинем дә, ошо яҙмалары тағы ла юғалып ҡалмаһын өсөн, үҙнәшер ысулы менән әсәйемдең шиғыр китабын баҫтырып алдым. Балалары, ейәндәре, туғандары, башҡа яҡындары өсөн бер иҫтәлек булып ҡалыр тип өмөтләнәм. Был кескәй генә йыйынтыҡты әсәйемдең “Йыр тыуа” тип аталған лирик  шиғырынан алынған юлдар менән “Эй йырҙарым, йәм бирегеҙ бар тирә-йүнгә!” тип атаным. Әйткәндәй, уның был шиғыры 1968 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналында донъя күргәйне.

 

(Аҙағы бар).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: