Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Февраль 2023, 21:45

Буласаҡ һалдаттар менән атайҙар ярышты

 Түрһәгәҙе мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух" спорт сараһы үтте.

Буласаҡ һалдаттар менән атайҙар ярышты
Буласаҡ һалдаттар менән атайҙар ярышты

Унда малайҙар менән бергә атайҙар ҙа ихлас ҡатнашты.

Ике командала ярыштар ойошторолдо. Улар үҙҙәрен төрлө яҡлап һынай алды.

Турникта тартылыу, сафта үҙеңде тотоу, гантель, штанга күтәреү һәм төрлө ҡыҙыҡлы уйындар булды. Уҡыусылар ҙа ҙур ныҡышмалыҡ күрһәтеп, үҙҙәренең отҡорлоғон, етеҙлеген, көсөн күрһәтте. Атайҙарҙан ҡалышманылар.

 

Хәрби темаға ярашлы һорауҙарға яуаптар алынды. Сара бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: