Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Февраль 2023, 13:46

БЕРЕНСЕЛӘРҘЕҢ «ҺАУ БУЛ, ӘЛИФБА» БАЙРАМЫ ҮТТЕ

Түрһәгәҙе мәктәбенең ишеген 1 сентябрҙә беренсе тапҡыр асып ингән кескәйҙәр үҙҙәренең ҙур байрамына ҡунаҡтар йыйҙы.

БЕРЕНСЕЛӘРҘЕҢ «ҺАУ БУЛ, ӘЛИФБА» БАЙРАМЫ ҮТТЕ
БЕРЕНСЕЛӘРҘЕҢ «ҺАУ БУЛ, ӘЛИФБА» БАЙРАМЫ ҮТТЕ

Гөлдәриә Сатлыҡова, Таңсулпан Ғәҙелшина, Нәргизә Вәлитова, Илзидә Даутова, Рузил Сабанаев, Алмаз Дилмөхәмәтов, Илдус Дауытов - инде мәктәп тормошона өйрәнгән, белем иленең тәүге баҫҡысын тамамлап килеүсе уҡыусылар.

Улар ошо ярты йылда алған белемдәрен байрамға килгән ата-әсәләре, уҡытыусылар алдында күрһәттеләр. Ете бала – дүрт ҡыҙ һәм өс малай – шиғырҙар һөйләне, өйрәнгән йырҙарын ихлас башҡарҙы, төрлө һынауҙарҙы үтте.

Беренселәргә ҡунаҡҡа “Туған тел”, “Әлифба”, “Азбука”, “Литературное чтение”, Буратино, Нехочуха ролендә бишенсе класс уҡыусылары ла килеп, байрамға йәм, йәнлелек өҫтәне.

Белем үрҙәренә әйҙәүсе уҡытыусылары Рәзинә Ильясова уҡыусыларҙың мәктәп тормошонда әүҙем буласаҡтарына, төрлә ярыштарҙан ситтә ҡалмаясаҡтарына ышаныс белдерҙе.

Ата-әсәләр балаларының тәүге ҙур байрамдарын шатланып ҡараны. Уларҙы ҡотлап, уҡыуҙарында бейек үрҙәргә өлгәшеүҙәрен теләне.

Байрамдан барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт, илһам алып таралышты.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: