Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ғинуар 2023, 11:09

ИЖАДИ БӘЙГЕЛӘ БЕҘҘЕКЕЛӘР ЕҢЕҮ ЯУЛАП ҠАЙТТЫ

26 ғинуар көндө Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында Педагогик идеялар оҫтаханаһы үтте. Унда командалар араһында ойошторолған ижади бәйгелә Ауырғазы районы уҡытыусылары беренсе урын яуланы. Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Розалия Йәлилова ошо эшлекле әңгәмәлә алған тәьҫораттары менән бүлеште.

ИЖАДИ БӘЙГЕЛӘ БЕҘҘЕКЕЛӘР ЕҢЕҮ ЯУЛАП ҠАЙТТЫ
ИЖАДИ БӘЙГЕЛӘ БЕҘҘЕКЕЛӘР ЕҢЕҮ ЯУЛАП ҠАЙТТЫ
  • Был сарала Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Миәкә, Ауырғазы райондары ҡатнашты.
  • Стәрлебаш районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Флүр Әмир улы Шаһисолтанов, Стәрлебаш башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илдар Илдус улы Моратов ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Рәсәйҙәге Уҡытыусы һәм остаз йылы менән ҡотланы, уңыштар, һөҙөмтәле эшмәкәрлек теләне.
  • Артабан Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Сафиуллина Розалия Расих ҡыҙы, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Вәкил ҡыҙы Әбделмәнова педагогтарҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙеләр. 
  •  
  • Ысынлап та, был осрашыуҙан Ауырғазы командаһы файҙалы яңылыҡтар алып, үҙебеҙҙең тәжрибә менән уртаҡлашып, яңы таныштар, фекерҙәштәр табып, илһамланып ҡайтты. Тәжрибәле уҡытыусыларҙан олимпиадаларға, фәнни-ғәмәли конференцияларға нисек әҙерләү серҙәрен өйрәндек. Дәрестән тыш уҡытыуҙа балаларҙы рухлы, аңлы, ҡотло, ижади итеп тәрбиәләү серҙәренә төшөндөк. Һәр район командаһы үҙенең районы тураһында презентация һәм таныштырыу әҙерләп алып килергә тейеш ине. Беҙ ҙә, ваҡыт аҙ булыуына ҡарамаҫтан, Ауырғазы районы тураһында видеопрезентация эшләнек. Тамашасыларға һәм баһалама ағзаларына бик тә оҡшаны.
  •  
  • Оҫталыҡ дәресендә башҡорт әҙәбиәтендә кроссенс алымын ҡулланып ҡурайҙы төрлө яҡлап күрһәттек.
    Ҡурай моңон тыңлап, яҡташ шағирыбыҙ Р. Назаровтың шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙек, билдәле ҡурайсылар тураһында һүҙ алып барҙыҡ, скульпторҙарыбыҙҙың эшен күрҙек, яҙыусыларҙың ҡурай тураһында әҫәрҙәрен иҫкә төшөрҙөк. Яҡташыбыҙ, ғалим - фольклорсы, остазыбыҙ Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның халыҡ ижадынан алынған мәҡәл әйтемдәрен ҡулландыҡ, ҡыу ҡурайҙың ҡайҙа үҫкәнен белдек, һаулыҡҡа нисек йоғонто яһағанын асыҡланыҡ, дәртле ҡурай көйөнөң кәйефкә ыңғай тәҫьир иткәнен иҫбатланыҡ. Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы : география, тарих, мәҙәниәт, биология, йыр предметтары араһындағы бәйләнеште күрһәттек. Команда менән таныштырғас "Башҡорт телендә һөйләшәм" йыры көйөнә үҙебеҙҙең һүҙҙәргә яҙылған йырҙы башҡарыу бигерәк тә матур килеп сыҡты.
  •  
  • Һәр район командаһы сығыштарын тамамлағас, Түбәнге Аллағыуат мәктәбенә экскурсияға барҙыҡ. Һәр кабинет заманса йыһазландырылған, яҡты, матур, ҡунаҡсыл коллектив ҡаршы алды педагогик идеялар оҫтаханаһында ҡатнашыусыларҙы.
  • Тренинг һәм оҫталыҡ дәрестәре бик файҙалы булды. Яңы белемдәр, мәғлүмәт тупланыҡ. Йомғаҡлау өлөшөн һәр команда тулҡынланып көттө.
    3-сө урынды Стәрлетамаҡ һәм Миәкә райондары бүлеште. 2-се урынды хужалар - Стәрлебаштар яуланы. 1-се урынға Ауырғазы районы командаһы лайыҡ булды.

Бында ҡатнашҡан һәр уҡытыусыға, уларға ярҙам иткән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренә афарин!

  •  
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: