Рух
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Декабрь 2022, 15:37

ШАУЛАП-ГӨРЛӘП ЯҢЫ ЙЫЛ КИСӘҺЕ ҮТТЕ

#Яңы_йыл_менән!#Яңы2023йыл!Түрһәгәҙе мәктәбендә көтөп алынған Яңы йыл байрамы иҫтә ҡалырлыҡ күңелле итеп үтте. Яңы йыл - ул әкиәт иле һәм мөғжизәле байрам. Шуға ла балалар Ҡыш бабайҙы, Ҡарһылыуҙы ихлас көтәләр, бүләктәр алып шатланалар. 

ШАУЛАП-ГӨРЛӘП ЯҢЫ ЙЫЛ КИСӘҺЕ ҮТТЕ
ШАУЛАП-ГӨРЛӘП ЯҢЫ ЙЫЛ КИСӘҺЕ ҮТТЕ

#Яңы_йыл_менән!
#Яңы2023йыл!
🎄Түрһәгәҙе мәктәбендә көтөп алынған Яңы йыл байрамы иҫтә ҡалырлыҡ күңелле итеп үтте. Яңы йыл - ул әкиәт иле һәм мөғжизәле байрам. Шуға ла балалар Ҡыш бабайҙы, Ҡарһылыуҙы ихлас көтәләр, бүләктәр алып шатланалар.
🎊Яңы йыл кисәһендә балалар әкиәт сәхнәләштерҙеләр. Шыршы тирәләй йырҙар йырлап әйләнделәр, дәртле бейеүҙәр башҡарҙылар.Ә инде килгән ҡунаҡтар балаларҙың шат йөҙҙәрен, ысын күңелдән йылмайыуҙарын күреп, үҙҙәре лә уҡыусылар менән бергә шатлыҡ кисерҙе.


🎆Бына шулай беҙҙең мәктәп Яңы йылды бик күңелле һәм берҙәм үткәреп ебәрҙеләр.
Ә алда инде уҡыусыларҙы ҡышҡы күңелле каникулдар көтә! Яҡшы итеп ял итеп, көс йыйып, һау-сәләмәт яңы сиректә осрашҡанға тиклем!☃️🪄🎇

❄Яңы йыл байрамы - сихри байрам. Киләсәккә барлыҡ уй-теләктәрҙең ҡабул булыуына ышаныс биреүсе, өмөттәр уятыусы мәл. Һәр кемдең изге теләктәре бойомға ашһын, ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ныҡышмалыҡ, ихтыяр көсө, рух ныҡлығы ташламаһын!

Алһыу Раянова, Түрһәгәҙе мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.



Автор:
Читайте нас: