Рух
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ноябрь 2022, 11:24

Салауат вариҫтары һынатмай!

Районда Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән класс асылды

Салауат вариҫтары һынатмай!
Салауат вариҫтары һынатмай!

Был яуаплылыҡ Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының бишенсе класс уҡыусыларына йөкмәтелде.  Сентябрҙән алып улар күп нәмәләрҙе лә белде. Класс етәкселәре Ләйсән Насирова легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов биографияһы, кавалерия дивизияһының данлыҡлы яу юлдары тураһында ентекле таныштырҙы. Хәҙер инде уҡыусылар үҙҙәренең миссияһының әһәмиәтлелеген яҡшы аңлай.

Хәрби куратор Ирек Әмирханов етәкселегендә стройҙа йөрөү, хәрби күнекмәләрҙе үҙләштерәләр. “Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү нигеҙҙәре” тигән курсты ла өйрәнә башланылар. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалеристары батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләнә.

Бишенсе кластар әүҙемдәр, талантлылар, уҡыуҙарын да яҡшырттылар. Класс старостаһы Әлиә Ғәлиева хәҙер инде командир ҙа. Ул яҡшы уҡый, бер ваҡытта ла һынатмай, һәр сарала ҡатнаша.

Бына бағышлау көнө лә килеп етте. 22 уҡыусы – һигеҙ ҡыҙ һәм ун дүрт малай – легендар комдив иҫтәлеген тоғролоҡ анты бирҙеләр, “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙылар.

Уларға 112-се кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһе тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов йәш шайморатовсыларға күкрәк билдәһен таҡты.

Балалар хәҙер махсус символикалы форманы ғорур йөрөтөү хоҡуғына эйә булды. уларҙың девизы – “Салауат вариҫтары һынатмай!” Быны улар үҙҙәренең уҡыуҙары, эштәре менән раҫлаһындар ине.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: