Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ноябрь 2022, 19:29

РӘШИТ НАЗАРОВ ИСЕМЕН ҒОРУР ЙӨРӨТӨГӨҘ!

Гимназияға Рәшит Назаров исеме бирелгәне уҡыу йылы башында уҡ билдәле ине. Әле уны рәсмиләштереү тантанаһы үтте.

РӘШИТ НАЗАРОВ ИСЕМЕН ҒОРУР ЙӨРӨТӨГӨҘ!
РӘШИТ НАЗАРОВ ИСЕМЕН ҒОРУР ЙӨРӨТӨГӨҘ!

Башҡорт милли кейемендә гимназия уҡыусылары барлыҡ ҡунаҡтарҙы ла бауырһаҡтан ауыҙ иттереп, ҡурай моңо менән ихлас ҡаршы алды.

Сара Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын индереүҙән, гимн башҡарыуҙан башланды.

Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов гимназия уҡыусыларын билдәле шағир Рәшит Назаров исеме бирелеүе менән ҡотланы:

  • Беҙҙең бурыс — яҡташыбыҙ, һоҡланғыс кеше хаҡында хәтерҙе һаҡлау һәм уны киләсәк быуындарға тапшырыу. Районда, республикала ғына түгел, унан ситтә лә билдәле Рәшит Назаров исемен биреү – гимназияның һәм бөтә райондың тормошонда мөһим тарихи аҙым ул. Шуның менән бергә был яуаплылыҡ та өҫтәй, әлбиттә. Шағир исемен йөрөткән белем усағы уҡыусыларының насар уҡырға хоҡуғы юҡ, улар иң яҡшыларҙан яҡшыһы булырға тейеш! Ҡәҙерле балалар, һәләттәрегеҙҙе асығыҙ, хыялдарығыҙға ирешегеҙ, - тип нәсихәт бирҙе.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов барыһына ла ҙур рәхмәт белдереп, Сәйетбаба ауылы халҡы  исеменән китаптар бүләк итте.

  • Быйылғы Мәҙәниәт йылында башҡарып сыҡҡан был мөһим эштең исеме есеменә тура килә. Гимназияға Рәшит Назаров исемен биреү әлеге көндә бик тә әһәмиәтле, - тине ул үҙ сығышында. - Бөйөк шағирыбыҙ исеме бирелеүе ысынлап та алға яңы маҡсаттар ҡуйыу өсөн бер аҙым, -  тип уҡыусыларға уҡыуҙа юғары уңыштарға ирешергә, бының өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәклегенә баҫым яһаны.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев республикала яҙыусы, шағирҙар исемен йөрөтөүсе гимназиялар һаны артыу ғына түгел, уларҙағы уҡыусыларҙың кимәле күтәрелеүен билдәләне. Рәшит Сәйетбаттал улының ижади мираҫы әлегә асылып бөтөлмәгәнлеге, бөтә халыҡтарға еткерелмәгәнлеге һәм ошо йүнәлештә эштәрҙе башҡарырға кәрәклеге тураһында әйтеп үтте.Шулай уҡ “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, Усман ауылы ҡыҙы, әле М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы деканы Ләйлә Хөсәйенова, Р.Назаровтың туғаны Зөлфиә Назарова, Ауырғазы районының почетлы гражданины Миҙхәт Вәлитов сығыш яһанылар. Улар барыһы ла уҡыусыларға гимназияның Рәшит  Назаров исеме бирелеүе менән ихлас ҡотлап, үҙ теләктәрен еткерҙе. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова гимназия фондына башҡортса өҫтәл уйындары тапшырҙы.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү, уның бәҫен күтәреү өсөн күп эштәр башҡарған шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина Рәшит Назаров шиғырҙарына бер кемдең дә битараф булмауын, уның ижадының ҡабатланмаҫ һәм бөйөк мираҫ икәнлеген билдәләне.  “Шиғырын уҡығанда, башта йәшен йәшнәгәндәй, тетрәнеп китәһең, унан һуң, әйтерһең дә, йәйғор сыға, шифалы ямғырҙан һуң рух күтәрелә. Ошо мәҙәниәт йылында был эштең тормошҡа ашыуы ла әһәмиәтле, Рәшит Назаров үҙ ваҡытын көткән,” – тигән һүҙҙәр менән тамамлап, гимназия уҡыусыларына, уҡытыусыларына “Аҡбуҙат” журналы менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙары өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе. Беренсе класс уҡыусылары менән осрашып, журналдар таратты.

Уҡыусылар шағирҙың әҫәрҙәрен уҡыны, йырҙар, ҡурай моңдары яңғыраны. Был саранан, әйтерһең дә, гимназия тағы ла яҡтырып киткәндәй булды, һәр кемдең йөҙөндә илаһилыҡ, рухи күтәренкелек, күҙҙәрендә осҡон булды, тиһәм дә, яңылыш булмаҫ. Рәшит Сәйетбаттал улының иҫтәлеген шундай үрҙәргә күтәреү, уның исемен мәңгеләштереү юлында был мөһим аҙым. Артабан да ошо юҫыҡта изге эштәр дауам итһен, юлдар асыҡ булһын!

 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: