Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Октябрь 2022, 16:03

Бөгөн – ашнаҡсылар көнө

Түрһәгәҙе мәктәбе уҡыусылары үҙҙәрен тәмле аштар, төрлө тәмлекәстәр менән һыйлаған ашнаҡсы апайҙарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Бөгөн – ашнаҡсылар көнө
Бөгөн – ашнаҡсылар көнө

Түрһәгәҙе мәктәбе уҡыусылары үҙҙәрен тәмле аштар, төрлө тәмлекәстәр менән һыйлаған ашнаҡсы апайҙарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Улар ысын күңелдән бөтә балалар, уҡытыусылар исеменән мәктәп ашханаһында эшләүсе Физәлиә Ноғомановаға, Фәнисә Йәғәфәроваға рәхмәттәрен еткереп, уларға арнап шиғырҙар һөйләне, бүләк тапшырҙы. Ошо көндө мәктәпкә Өфөнән Ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева килгәйне, ул да тәмле аҙыҡтары өсөн рәхмәт әйтеп, йыл календаре бүләк итте.

Түрһәгәҙе мәктәбе ашнаҡсылары бутҡа, аштарҙан башҡа йыш ҡына ҡамырҙан тәмле ризыҡтар ҙа әҙерләй. Шулай уҡ уҡыусыларға бешеренеү серҙәрен дә өйрәтәләр.

Мәҫәлән, бөгөн – Файҙалы иртәнге аш көнө булды. Балалар ашнаҡсы апайҙары менән бергә йомортҡаны биҙәп, йылмайлик эшләнеләр. Хатта уны ашарға ла йәлләнеләр, ул кәйефтәрен күтәреп өҫтәлде биҙәп торҙо.

Һөнәри байрамдарын билдәләүселәрҙең барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ! Ҡулығыҙҙан һөйөнөп, рәхмәттәр ишетеп, хөрмәттә йәшәгеҙ!

 Йыл һайын 20 октябрҙә ашнаҡсылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был көн 2004 йылда Бөтә донъя кулинарҙар йәмғиәте ассоциацияһының башланғысы менән булдырыла.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: