Династияға нигеҙ һалыусы - Исмәғил Үтәгәнов. Ул 1903 йылда Ҡурған өлкәһе Әлмән районының Шәрип ауылында мулла Ибраһимдың ғаиләһендә тыуған.
Революциянан һуң эҙәрлекләүҙәр башлана, шуға ул тыуған яғынан сығып китергә мәжбүр була. Каруанһарайҙа педагог һөнәренә уҡырға инә. Буласаҡ билдәле яҙыусылар Сәғит Агиш, Зәйнәб Биишева менән бергә уҡыған. Уҡытыусы дипломын алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Ғафури районының Үтәш ауылында башлай. Ул ваҡытта шул ауылда мәҙрәсә урынына мәктәп асыла. Бер нисә йылдан йәш, перспективалы уҡытыусыны Сәйетбаба ауылы мәктәбенә директор урынбаҫары итеп күсергәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары була. Ул математиканан уҡытҡан. Уға йәнә Сәғит Агиш һәм Жәлил Кейекбаев менән эшләү бәхете тейгән. Жәлил Ғиниәт улы директор ине. Ул ауыр йылдарҙа Исмәғилдең ҡатын Ғамилә ауыл советын етәкләй. Улар ике ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ике улдары - Юнир менән Винер - атаһының юлын дауам иткән, уҡытыусы булып киткән.
Минира Бикәнәсованың атаһы, Винер Исмәғил улы, 1934 йылда тыуған. 1951 йылда Сәйетбаба ауылында мәктәпте тамамлай, физика-математика факультетына уҡырға инә. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылы мәктәбендә эшләй башлай. Аҙаҡ тыуған ауылында балаларҙы физика һәм астрономияға өйрәтә. Мәктәптә тәүге радиоүҙәк булдырыла, уның уҡыусыларының күбеһе район һәм республика олимпиадаларында призлы урындар яулай.
1967 йылда директор итеп тәғәйенләнә. Винер Үтәгәнов 22 йыл буйына ҙур коллектив менән етәкселек итә, унда 50-гә яҡын уҡытыусы эшләгән һәм ул ваҡытта 1300 уҡыусы белем алған. Төрлө һорауҙар буйынса район үҙәгенә 60 саҡрым юлға ат менән барырға тура килә. Бер тәүлектән һуң, төндә ҡайта, ә иртән - тағы поста. Уның көсө менән ауылда яңы ике ҡатлы мәктәп төҙөлә. В.Үтәгәновтың элекке сығарылыш уҡыусылары уны ысын интеллигент, ғәҙел етәксе итеп иҫкә ала.
Уның бер туғаны Юнир Исмәғил улы ҡатыны Люциә Мөхәмәтғәлиева менән пенсияға тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан. Юнир Үтәгәнов та шиғырҙар яҙа, район һәм республика гәзиттәренең әүҙем хәбәрсеһе була, йыш ҡына уны йыл лауреаты итеп һайлайҙар.
Династияның өсөнсө быуынын Винер Исмәғил улының ҡыҙы Минира һәм улы Илгиз дауам итә. Илгиз БДУ-ны тамамлап, физик булып китә. Ғалим, ҡурайсы, шағир. Ул З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры булып эшләй. Үкенескә күрә, уның ғүмере бик ҡыҫҡа була, ул 44 йәшендә донъя ҡуйҙы. Уның ҡыҙы Айгөл йырсы, «Һомай» студияһы етәксеһе булараҡ билдәле. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.
Ә Минира Биканасова Төрөмбәт мәктәбендә етәксе булып эшләй. Химия, биология фәндәрен уҡыта. Уның исеме әҙәбиәт, ижад һөйөүселәр араһында билдәле. «Күңел моңдары» исемле шиғырҙар йыйынтығын һәм «Доға көсө» исемле хикәйәләр йыйынтығын сығарған. Талантлы шағирәнең шиғырҙары һәм хикәйәләре район гәзитендә, республика баҫмаларында баҫыла. Ул район һәм республика әҙәби конкурстары еңеүсеһе. «Башҡортостан» гәзитендә йыл лауреаты, «Аманат» гәзитендә Мифтахетдин Аҡмулла премияһы лауреаты, «Ҡәләм һынауы» конкурсында икенсе урын, ә быйыл төбәк-ара әҙәби конкурста өсөнсө урын алды.
- Мин тамырҙарым менән ғорурланам. Олатайым абруйлы кеше ине, атайым хаҡында йылы һүҙҙәр генә әйтәләр. Улар тормошта сағыу эҙ ҡалдырған. Балаларым, ейәндәрем лайыҡлы кешеләр булһын, - ти Минира Винер ҡыҙы.
Улар ире Урал менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Айгиз – хәрби. Ҡыҙҙары Айгүзәл Рәсәй технология университетында белем алған. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә ГенТерра компанияһында өлкән инженер-биотехнолог булып эшләй. Етди һөнәр һайлауға ҡарамаҫтан, уның күңелендә ижадҡа урын бар. Ул шиғриәт ярата, шиғыр һөйләү конкустарында ҡатнаша. Улдары Булат - буласаҡ физик, Башҡорт дәүләт университетында уҡый.
Үтәгәнов-Бикәнәсовтар нәҫелендә уҡытыусы булмышына тоғролоҡ һаҡлана. Был, моғайын, киләсәк быуындарҙы үҫтереүгә эске ынтылыш менән бәйлелер. Теоретик ҡына түгел, рухи-әхлаҡи белемде лә биреү теләге менән яналар.
Минира Винер ҡыҙы ла Исмәғил олатаһының һабаҡтарын иҫендә тота: «Тормошта бихисап һорауҙар буласаҡ, математик мәсьәләләрҙән дә ҡатмарлыраҡтарын хәл итергә тура киләсәк. Еңел юл эҙләмә, маҡсатыңа ынтыл».