Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Сентябрь 2022, 12:12

УҠЫУСЫЛАР ИЛ ЯҘМЫШЫНА БИТАРАФ ТҮГЕЛ

Быйылғы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә һәр аҙна дәүләт флагтарын күтәреүҙән һәм Рәсәй, Башҡортостан гимндарын башҡарыуҙан башлана Ауырғазы районы башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов 2-се мәктәптә тантаналы линейкала ҡатнашты.

УҠЫУСЫЛАР ИЛ ЯҘМЫШЫНА БИТАРАФ ТҮГЕЛ
УҠЫУСЫЛАР ИЛ ЯҘМЫШЫНА БИТАРАФ ТҮГЕЛ

Был турала ул үҙенең Бәйләнештә сәхифәһендә яҙып сыҡты: “Район мәктәптәрендә уҡыу аҙнаһын дәүләт флагы күтәреүҙән һәм гимн башҡарыуҙан башлау күркәм традицияға әйләнеп бара.
Талбазының 2-се мәктәбендә «Рәсәй - беҙҙең илебеҙ» тигән баш аҫтындағы класс сәғәтендә нимә ул илһөйәрлек, гражданлыҡтың нимә икәнен бергәләп тикшерҙек. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Уларҙың тыуған ауылдарын үҫтереүгә, мәғарифҡа, ижадта һәм спортта үҫеш мөмкинлектәренә ҡағылған һорауҙарҙы әүҙем биреүҙәре ҡыуандырҙы.

Илһөйәрлек илдә барған ваҡиғаларға битараф булмауҙа, әүҙем гражданлыҡ позицияһында, үҙ һәләттәрен башҡа кешеләр мәнфәғәтенә, тимәк, Тыуған ил именлегенә йүнәлтергә ынтылыуҙа сағыла. Хатта тыуған район тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш, ауылды төҙөкләндереүҙә ярҙам итеү, ололарға ҡарата ихтирам тойғоһо - шул ябай төшөнсәләрҙән Тыуған илгә һөйөү барлыҡҡа килә.

Бергәләп традицион ҡиммәттәр, илебеҙгә, тыуған Башҡортостаныбыҙға, тыуған районыбыҙға һөйөү тирәләй берләшергә кәрәк тигән һығымтаға килдек. Һин, атай-әсәйең, яҡындарың йәшәгән ерҙә тағы ла матурыраҡ һәм яҡшыраҡ булһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.
#АрсланШагаретдинов
#Аургазинскийрайон
#Разговороважном
#НашастранаРоссия

(Ауырғазы район хакимиәте сайтынан, фотолар шул уҡ сығанаҡтан).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: