Рух
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Сентябрь 2022, 15:54

ЕРҘӘ ТЫНЫСЛЫҠ БУЛҺЫН!

Терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған сараларҙың береһе булып балалар өсөн ҡағыҙҙан күгәрсен эшләргә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

ЕРҘӘ ТЫНЫСЛЫҠ БУЛҺЫН!
ЕРҘӘ ТЫНЫСЛЫҠ БУЛҺЫН!

Терроризм менән көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған сараларҙың береһе булып балалар өсөн ҡағыҙҙан күгәрсен эшләргә өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Уны Ғаилә хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.

- Аҡ күгәрсен - символик мәғәнәгә эйә. Рәссам Пабло Пикассоның күгәрсен рәсеме бөтә илдә тыныслыҡ, уның өсөн көрәш символына әйләнгәнен беләбеҙ. Ул суҡышына пальма ботағын эләктергән аҡ төҫтәге ҡош итеп һүрәтләнә.

Балалар был эшкә ихлас тотондо, уларҙың күгәрсендәре бик тә матур килеп сыҡты.

 

(Ауырғазы районы Ғаилә хеҙмәте сәхифәһе буйынса).

 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: