Рух
-12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь , 00:42

МӘКТӘПТӘРҘӘ ШАУЛАП-ГӨРЛӘП БЕЛЕМ БАЙРАМЫ ҮТТЕ

КӨҘҘӨҢ БЕРЕНСЕ КӨНӨ ЙӘЙ МЕНӘН ХУШЛАШЫП, ЯҢЫ МИҘГЕЛГӘ ИНЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, БЕЛЕМ УСАҠТАРЫНДА ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫ БАШЛАНЫУ ҘА ӘЛЕ. БАЛАЛАР МАТУР КЕЙЕНЕП, СӘСКӘЛӘР ТОТОП МӘКТӘПКӘ АШҠЫНА, ӨЛКӘН ЙӘШТӘГЕЛӘР ШУНДАЙ ҒӘМҺЕҘ САҠТАРЫН ИҪКӘ АЛЫП, МОҢҺОУЛАНА. БЫНА БӨГӨН ДӘ, БАЛАЛАР МӘКТӘПТӘРГӘ АЯҠ БАҪТЫ, ЯҢЫ ҮРҘӘРГӘ, ҒИЛЕМ ТАУҘАРЫН ЯУЛАРҒА ТИП, ПАРТА АРТЫНА УЛТЫРҘЫ. ТАЛБАЗЫ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫНДА ЛА БЕЛЕМ БАЙРАМЫ ҮТТЕ.

МӘКТӘПТӘРҘӘ ШАУЛАП-ГӨРЛӘП БЕЛЕМ БАЙРАМЫ ҮТТЕ
МӘКТӘПТӘРҘӘ ШАУЛАП-ГӨРЛӘП БЕЛЕМ БАЙРАМЫ ҮТТЕ

КӨҘҘӨҢ БЕРЕНСЕ КӨНӨ ЙӘЙ МЕНӘН ХУШЛАШЫП, ЯҢЫ МИҘГЕЛГӘ ИНЕҮ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, БЕЛЕМ УСАҠТАРЫНДА ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫ БАШЛАНЫУ ҘА ӘЛЕ. БАЛАЛАР МАТУР КЕЙЕНЕП, СӘСКӘЛӘР ТОТОП МӘКТӘПКӘ АШҠЫНА, ӨЛКӘН ЙӘШТӘГЕЛӘР ШУНДАЙ ҒӘМҺЕҘ САҠТАРЫН ИҪКӘ АЛЫП, МОҢҺОУЛАНА.

БЫНА БӨГӨН ДӘ, БАЛАЛАР МӘКТӘПТӘРГӘ АЯҠ БАҪТЫ, ЯҢЫ ҮРҘӘРГӘ, ҒИЛЕМ ТАУҘАРЫН ЯУЛАРҒА ТИП, ПАРТА АРТЫНА УЛТЫРҘЫ. ТАЛБАЗЫ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫНДА ЛА БЕЛЕМ БАЙРАМЫ ҮТТЕ.

 

ГИМНАЗИЯНЫҢ ИҢЕНӘ БЫЙЫЛ ИКЕЛӘТӘ ЯУАПЛЫЛЫҠ ӨҪТӘЛДЕ: УЛ ХӘҘЕР ЯҠТАШ ШАҒИРЫБЫҘ РӘШИТ НАЗАРОВ ИСЕМЕН ЙӨРӨТӘСӘК. 

"БЫЛ БЕҘҘЕҢ ӨСӨН ҘУР ШАТЛЫҠ, БЫНЫ КҮПТН КӨТТӨК. ШУЛ УҠ ВАҠЫТТА УНЫ АҠЛАРҒА ЛА КӘРӘК, ӘЛБИТТӘ. БӨЙӨК ШАҒИРЫБЫҘ ИСЕМЕН ҒОРУР ЙӨРӨТӨРБӨҘ, УҒА ТАП ТӨШӨРМӘБЕҘ, ТИП ЫШАНАМ", - ТИ ГИМНАЗИЯ ДИРЕКТОРЫ СВЕТЛАНА ЮЛМӨХӘМӘТОВА.

БЫЙЫЛ ГИМНАЗИЯЛА ШАЙМОРАТОВСЫЛАР КЛАСЫ ЛА БУЛДЫРЫЛДЫ. ИЛҺӨЙӘР, ҠЫЙЫУ БАЛАЛАР ТӘРБИӘЛӘНҺЕН.

БАРЫҺЫНА ЛА УҢЫШТАР, ЯҢЫНАН-ЯҢЫ ИЖАДИ АСЫШТАР, НЫҠЫШМАЛЫЛЫҠ ТЕЛӘЙБЕҘ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в