Районыбыҙҙың 95 11-се класс уҡыусыһы мәктәпте тамамлап, алдағы һынауҙарға әҙерләнә, һөнәр һайлай.
Талбазы башҡорт гимназияһында ла тантаналы байрамға спорт залында йыйылдылар. Ете 11-се, ун 9-сы класты тамамлаусы егет һәм ҡыҙҙар тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтелде, уларға мәктәп директоры Светлана Юлмөхәмәтова, уҡытыусылары, ата-әсәләре теләктәрен еткерҙе, кәңәштәр бирҙе.
Мәктәп вальсы, һуңғы ҡыңғырау сыңы... Ошо мәлдәр улар күңелендә яҡты иҫтәлек булып ҡалыр, йылдар үткән һайын моңландырып иҫтәренә төшөр. Ә әлегә улар алдында -имтихандар, тормошта яратып башҡарырлыҡ һөнәр һайлау.
Иртәгәнән инде беренсе һынау тоталар, уларға тик уңыштар теләйбеҙ! хыялдарын тормошҡа ашырырға, тормошта лайыҡлы кеше, һөнәрҙәренең оҫтаһы булырға яҙһын!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!