Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Май 2022, 11:04

ПИОНЕРИЯ КӨНӨ МЕНӘН, ДУҪТАР! ШУЛ САҠТАРҘЫ ИҪКӘ АЛАЙЫҠ!

1922 йылда Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһында пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Быйыл был ваҡиғаға 100 йыл тулды. Был көн Советтар Союзы тарҡалғансы Пионерҙар көнө булараҡ билдәләнә. Пионерияның ғорур исеме, уға булған ҡәҙер-хөрмәт элекке быуын вәкилдәре күңелендә бөгөн дә йәшәй. Кемдер дружина байрағын йөрөткән, кемдер отряд командиры булған бит. 19 майҙа урманға бөтә мәктәп менән сығып, биш йондоҙҙо хәтерләткән усаҡ яғыу (уны тантаналы линейка ваҡытында һәр кластан яҡшы уҡыусыларҙан ике кеше – бер егет, бер ҡыҙ тоҡандыра ине), пионер йырҙары йырлау, спорт уйындарында ҡатнашыу, бергәләшеп тәмле сәй эсеү – барыһы ла матур хәтирә булып иҫтә ҡалған. Бер нәмәгә алыштырмаҫ матур саҡтар! Әйҙәгеҙ, дуҫтар, ҡыҙыл галстук бәйләп фотоға төшкән, йә пионер тормошонан булған фоторәсемдәрҙе ошонда комментарийға ҡуяйыҡ!

ПИОНЕРИЯ КӨНӨ МЕНӘН, ДУҪТАР! ШУЛ САҠТАРҘЫ ИҪКӘ АЛАЙЫҠ!
ПИОНЕРИЯ КӨНӨ МЕНӘН, ДУҪТАР! ШУЛ САҠТАРҘЫ ИҪКӘ АЛАЙЫҠ!

1922 йылда Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһында пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Быйыл был ваҡиғаға 100 йыл тулды.



Был көн Советтар Союзы тарҡалғансы Пионерҙар көнө булараҡ билдәләнә. Пионерияның ғорур исеме, уға булған ҡәҙер-хөрмәт элекке быуын вәкилдәре күңелендә бөгөн дә йәшәй. Кемдер дружина байрағын йөрөткән, кемдер отряд командиры булған бит.

19 майҙа урманға бөтә мәктәп менән сығып, биш йондоҙҙо хәтерләткән усаҡ яғыу (уны тантаналы линейка ваҡытында һәр кластан яҡшы уҡыусыларҙан ике кеше – бер егет, бер ҡыҙ тоҡандыра ине), пионер йырҙары йырлау, спорт уйындарында ҡатнашыу, бергәләшеп тәмле сәй эсеү – барыһы ла матур хәтирә булып иҫтә ҡалған. Бер нәмәгә алыштырмаҫ матур саҡтар!

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, ҡыҙыл галстук бәйләп фотоға төшкән, йә пионер тормошонан булған фоторәсемдәрҙе ошонда комментарийға ҡуяйыҡ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: