Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Апрель 2022, 21:39

КҮҢЕЛЛЕ КАНИКУЛДАР

Яҙғы йәмле каникул  көндәренең  береһендә 7Б класс уҡыусылары Рәйсә Исламғолова етәкселегендә Өфө ҡалаһында экскурсияла булып ҡайтты. 

КҮҢЕЛЛЕ КАНИКУЛДАР
КҮҢЕЛЛЕ КАНИКУЛДАР

Үҙенең йылы көндәрен эйәртеп, яҙ килде.  Күктән, алһыу нурын һибеп, ҡояш  көлә. Уның йылы нурҙарына бар тәбиғәт шатлана, бар тәбиғәт уяна.  Гөрләүектәр йүгерә, ҡар ирей.  Күптән инде тыуған яҡтарын һағынып ҡара ҡарғалар ҡайтты. Яҙ килеүгә шатланып, ҡоштар ҙа сут –сут һайрай..

  Ошо яҙғы йәмле каникул  көндәренең  береһендә 7Б класс уҡыусылары Рәйсә Исламғолова етәкселегендә Өфө ҡалаһында экскурсияла булып ҡайтты. 

Уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс программа тәҡдим ителде.  Иң беренсе булып улар  “Ҡараңғылыҡта йәшенмәк” тип аталған  квест- уйында ҡатнашты. Артабан ялдарын  “Батут- үҙәк”тә  дауам иттеләр. Батутта уйнау, һикереү бөтә балаларҙың да хыялылыр, һәр береһенең   күңеленә хуш киләлер ул. 7Б класс уҡыусылары ла был үҙәктән үҙҙәренә көс туплап, күңелдәренә илһам алып, ял итеп сыҡтылар.

Төшкө аштан һуң  уҡыусыларҙы кинозалға оҙаттылар. Унда “Финник” исемле йәнһүрәт ҡаранылар. 

  Шулай итеп, уҡыусыларҙың ялы күңелле лә, фәһемле лә үтте. Экскурсиянан балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт булдылар һәм ошондай ял ойошторған өсөн класс етәкселәре Рәйсә Усман ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Талбазы лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы 

Айһылыу ҒҮМӘРОВА.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: