Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ғинуар 2022, 18:58

“ҠАР ӨМӘҺЕ” НӘ ЛӘ ӘҮҘЕМ СЫҠТЫЛАР

Ҡышҡы каникулдарҙа изге эштәр ҙә башҡарылды

“ҠАР ӨМӘҺЕ” НӘ ЛӘ ӘҮҘЕМ СЫҠТЫЛАР
“ҠАР ӨМӘҺЕ” НӘ ЛӘ ӘҮҘЕМ СЫҠТЫЛАР

Ҡышҡы каникулдарҙа изге эштәр ҙә башҡарылды

Яңы йыл каникулында районда төрлө саралар күп булды. Спорт ярыштары, балалар өсөн төрлө уйындар, тамашалар. Шулар араһында тирә-яҡтың торошо, уның таҙалығы тураһында ла хәстәрлек           күреү ҙә             ситтә   ҡалманы.

“Ҡар десанты” ирекмәндәре көрәктәр менән ҡоралланып ҡар таҙартырға ла сығырға өлгөрҙө. Күп ҡар яуғандан һуң район үҙәгендәге һәйкәлдәргә барыу юлы ҡапланған.

Талбазы лицейы һәм башҡорт гимназияһынан теләүселәр ҡар таҙартыу өмәһенә сыҡты. Үҙҙәренең етәкселәре менән Бөйөк Ватан һуғышы, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар иҫтәлегенә һәм сик ғәскәрҙәре хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәр тирә-яғын таҙартып та ҡуйҙы.

 

Райондың ойошма һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре лә өмәнән ситтә ҡалманы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: