Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ғинуар 2022, 18:45

ЯҢЫ ЙЫЛДЫ КОЛЛЕДЖ УҠЫУСЫЛАРЫ РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫНДА ҠАРШЫЛАНЫ

Бындай сараны ойоштороу «Пушкин картаһы» программаһы ярҙамында мөмкин булды.

ЯҢЫ  ЙЫЛДЫ КОЛЛЕДЖ УҠЫУСЫЛАРЫ РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫНДА ҠАРШЫЛАНЫ
ЯҢЫ ЙЫЛДЫ КОЛЛЕДЖ УҠЫУСЫЛАРЫ РАЙОН МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫНДА ҠАРШЫЛАНЫ

Бындай сараны ойоштороу «Пушкин картаһы» программаһы ярҙамында мөмкин булды.

 

Ауырғазы күп профилле колледжы уҡыусылар Яңы йыл байрамы алдынан район мәҙәниәт һарайына йыйылды. Был Рәсәй хөкүмәте тарафынан булдырылған «Пушкин картаһы» программаһы сиктәрендә ойошторолдо.

Кисәне колледж директоры Миңнулла Хоҙайбирҙин асты. Ул барлыҡ йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, уҡыу йортоноң үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

Колледжда уҡыусылар төрлө конкурстарҙа үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтә, уңыштары ла күп. Бында эштәренә ысын күңелдән бирелгән педагогтар ең һыҙғанып эшләй. Йыл аҙағында йомғаҡ яһалғанда алдынғыларҙы тәбрикләү традицияһы бар ерҙә лә бар. Әле лә иң яҡшы уҡыусылар һәм уҡытыусылар бүләкләнде.


Студенттар «Айлы төндәр» тип аталған тамашаны ҡаранылар, үҙҙәре лә ихлас ҡатнаштылар. Был музыкаль спектаклде Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе әҙерләгән.

Яңы йыл байрамдарын ҡупшы шыршыһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, әлбиттә. Сара мәҙәниәт һарайының фойеһында биҙәлгән шыршы тирәләй дауам итте. Барыһы ла йырланы, бейене, төрлө уйындар уйнаны. Күңелле кисәнән барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

(Р.Вәлиев сәхифәһендәге яҙма һәм фотолар ҡулланылды).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: