Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2021, 22:44

Гимназияла тел байрамы үтте

7 декабрҙә старт алған «Ете аҙым» марафоны бөгөн Ауырғазыла ла тантаналы сара менән тамамланды.

Гимназияла тел байрамы үтте
Гимназияла тел байрамы үтте

14 декабрҙә республика буйынса Башҡорт теле көнө һәм Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллыҡ юбилейы билдәләнде.

 

7 декабрҙә старт алған «Ете аҙым» марафоны бөгөн Ауырғазыла ла тантаналы сара менән тамамланды.

Талбазы башҡорт гимназияһында үткән сарала Ауырғаы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов һәм район мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Ғиләжетдинов ҡатнашты.

Аҙна дауамында мәктәптәрҙә, мәҙәни учреждениеларҙа телгә бағышланған төрлө саралар ойошторолдо, уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә шиғыр ятлап, видеояҙмаларын социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырҙы. «Аҡмулла диктанты» мәғрифәт акцияһында ла ҡатнашыусылар булды.

 

 

Йыйылыусыларҙы тәбрикләп, район башлығы байрам менән ҡотланы, башҡорт теле уҡытыусыларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

 

«Ете аҙым» марафоны йомғаҡтары буйынса фильм күрһәтелде. Гиназия уҡыусылары сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаны.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: