Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Сентябрь 2021, 22:35

АЙНУР ҮТӘЕВТЫ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ ЛАЙЫҠ БУЛЫУЫ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Яҡташыбыҙ Айнур Фәнис улы “БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ АЛДЫНҒЫҺЫ” тигән юғары исемгә лайыҡ булды.

АЙНУР ҮТӘЕВТЫ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ ЛАЙЫҠ БУЛЫУЫ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
АЙНУР ҮТӘЕВТЫ ЮҒАРЫ ИСЕМГӘ ЛАЙЫҠ БУЛЫУЫ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Сығышы менән Үтәймулла ауылынан булған Айнур Фәнис улы хеҙмәт юлын тәүге көндән алып Стәрлетамаҡ дәүләт педагогияһы академияһына бәйләй, әле был уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының филиалы булып тора.

 

Аспирантураны тамамлай,   2011 йылда «Хәҙерге башҡорт поэзияһында лирик герой» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2016 йылда «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары әҙәбиәте» белгеслеге буйынса доцент ғилми званиеһы бирелә. 2016 – 2017 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте кафедраһын етәкләй. Әлеге ваҡытта Үтәев Айнур Фәнис улы, башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының фәнни эштәр буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, БДУның Стәрлетамаҡ филиалы доценты, "БУЛАТ" тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге" автономлы коммерция булмаған ойошмаһы директоры.Уның  250-нән ашыу ғилми-методик хеҙмәт авторы, шул иҫәптә монография, 3 уҡыу ҡулланмаһы, 2 программаһы бар. 2 шиғыр китабы авторы.

 

Айнур Үтәев Стәрлетамаҡ ҡалаһы, райондарҙың мәктәптәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, студенттарҙың педагогик практикаһы етәксеһе.

Ҡарағанда ҡалаһының «Болашак» универститетында, Үҙәк Ҡаҙағстан академияһында, Шымкент ҡалаһының SILKWAY халыҡ-ара университетында саҡырылған сит ил лекторы булараҡ лекциялар курсын уҡыу мөмкинлеге тейә.

Яҡташыбыҙҙың етәкселеге аҫтында студенттар фәнни-эҙләнең эштәре менән шөғөлләнә, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, урындар яулай.

 

Айнур Фәнис улының наградалары бихисап, шулар янына яңыһы өҫтәлеүе тағы ла ҙур мәртәбә. Артабан да ижади үрҙәр яуларға яҙһын, ғаилә именлеге, бәхетле тормош юлдаш булһын!

 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: