Рух
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Сентябрь 2021, 21:36

МӘКТӘПТӘРҘӘ БЕЛЕМ БАЙРАМЫ ҮТТЕ

БӨГӨН ИЛЕБЕҘ МӘКТӘПТӘРЕНДӘ 1 СЕНТЯБРЬ БАЙРАМЫНА УҠЫУСЫЛАР ЙЫЙЫЛДЫ. ТҮРҺӘГӘҘЕ АУЫЛЫ МӘКТӘБЕНДӘ ЛӘ 51 БАЛА ПАРТА АРТЫНА УЛТЫРҘЫ.

МӘКТӘПТӘРҘӘ БЕЛЕМ БАЙРАМЫ ҮТТЕ
МӘКТӘПТӘРҘӘ БЕЛЕМ БАЙРАМЫ ҮТТЕ

Бөгөн барлыҡ мәктәптәрҙә Белем байрамына матур кейенгән, күркәм гөлләмәләр тотҡан уҡыусылар йәйге ялдан һуң яңы белем үрҙәрен яуларға килде, уларҙы уҡытыусылары ҡаршы алды.

Түрһәгәҙе мәктәбендә быйыл 51 уҡыусы белем аласаҡ, шуларҙың алтыһы - алда имтихандар көтәһен белеп тороусы, һөнәр тураһында етди уйлана башлаусы сығарылыш класы уҡыусылары.

 

Уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы ҡотлау өсөн мәктәпкә Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте идараһының Башҡортостан Республикаһы буйынса  Ауырғазы районы бүлексәһе начальнигы Азамат Ибраһимов килде.

 

Тантаналы өлөштән һуң балалар кластарына таралды. Улар өсөн “Фән һәм яңы технологиялар” темаһына класс сәғәте үтте.

 

Уҡыусыларға аҡ юл, уҡытыусыларға уңыштар теләйбеҙ!  

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: