Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Июнь 2021, 11:05

КЕСКӘЙҘӘР ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Мораҙым балалар баҡсаһында башҡорт халҡының боронғо милли йолаһы - Һабантуй байрамы үткәрелде.

Һабантуйҙы беҙ йыл да үткәрәбеҙ. Арҡан тартыш, ат сабышы, көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып уҙышыу - был халыҡ уйындары балаларға бик оҡшай.
Был көндө лә бәләкәстәр уйындарҙа теләп ҡатнашты, ихласлап уйнаны. Кемуҙарҙан ярыштылар, сәмләнеп еңеүгә ынтылдылар. Күңелле уйындар менән ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Ошо уйындар аша беҙ, тәрбиәселәр, балаларҙа милләтебеҙгә, телебеҙгә, халҡыбыҙга ҡарата һөйөү, милли рух тәрбиәләргә тырышабыҙ.
Ильвира ХӘБИБУЛЛИНА.
Читайте нас: