Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2021, 10:20

Ҡәҙерле сығарылыш кластары уҡыусылары!

Бөгөн иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе - мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау байрамы. Ҡыңғырау сыңы бөгөн моңло ла, шатлыҡлы ла яңғырай, сөнки һеҙҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәлегеҙ - баласаҡ менән, белем серҙәренә төшөнгән мәктәбегеҙ менән хушлашаһығыҙ, шулай уҡ тәүге тапҡыр үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ. Күңелегеҙгә ятҡан һөнәрҙе һайлап, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ менән уны өйрәнегеҙ. Моңло ҡыңғырау тауышын ун бер йыл дауамында меңдәрсә тапҡыр ишетһәгеҙ ҙә, бөгөн ул бүтәнсә яңғырай.Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырығыҙ, артабан уҡыуығыҙҙы дауам итегеҙ! Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ. Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, саф, аяҙ булһын! Һеҙгә тәүфиҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Һәр саҡта ла күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!Аҡ юл һеҙгә!

Бөгөн иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе - мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау байрамы.
Ҡыңғырау сыңы бөгөн моңло ла, шатлыҡлы ла яңғырай, сөнки һеҙҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәлегеҙ - баласаҡ менән, белем серҙәренә төшөнгән мәктәбегеҙ менән хушлашаһығыҙ, шулай уҡ тәүге тапҡыр үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ.
Күңелегеҙгә ятҡан һөнәрҙе һайлап, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ менән уны өйрәнегеҙ.
Моңло ҡыңғырау тауышын ун бер йыл дауамында меңдәрсә тапҡыр ишетһәгеҙ ҙә, бөгөн ул бүтәнсә яңғырай.
Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырығыҙ, артабан уҡыуығыҙҙы дауам итегеҙ! Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ.
Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, саф, аяҙ булһын!
Һеҙгә тәүфиҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Һәр саҡта ла күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!
Аҡ юл һеҙгә!
Читайте нас: