Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Апрель 2021, 12:59

ҠУНАҠТАР – ТӨРӨМБӘТ АУЫЛЫ МӘКТӘБЕНДӘ

ҺҮҘ ӘЛЕГӘ ТӨРӨМБӘТ МӘКТӘБЕ МЕНӘН ТАНЫШЫУ ТУРАҺЫНДА

Төрөмбәт ауылы мәктәбе директоры Минира Бикәнәсованың ижад менән шөғөлләнгәнен һәр кем белә. Бер нисә йыл элек уның “Күңел моңо” исеме аҫтында шиғырҙар йыйынтығы сыҡҡайны. Быйыл иһә ул ҡулына яңы ғына “мейестән сыҡҡан” хикәйәләр йыйынтығын ҡулына алып һөйөндө.
Ошо шатлығы менән уртаҡлашыу өсөн автор ҡунаҡтар йыйҙы. “Доға ҡөҙрәте” китабының исем туйына Өфөнән әҙибәләр Тамара Искәндәриә, Фәрзәнә Аҡбулатова һәм филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова, Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайынан Фәүзиә Юламановалар килде.

Ҡунаҡтарҙы иң беренсе Төрөмбәт дөйөм белем биреү мәктәбендә ҡаршы алдылар. Бында ошо ауылдың ғорурлығы булған бөйөк шағир Рәшит Назаровтың һәм "Тарих һәм этнография" музейҙары менән таныштырҙылар. Килеүселәр музейҙағы экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны, һорауҙарын бирҙе.
Тарих һәм этнография музейында данлыҡлы ауыл кешеләренә, Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанистан яугирҙарына арналған стендтар, башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре урын алған. Фронтовиктарҙың төрлө наградалары айырым ҡиммәткә эйә.
Уҡыусылар гид ролен үтәне. Улар арҙаҡлы ауылдаштары менән ғорурлана, ауылдың тарихын да яҡшы белә. Ҡунаҡтар ошондай йылы ҡаршы алыуҙарына, йөкмәткеле экскурсия ойоштороуҙарына рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: