Был мауыҡтырғыс сараны “Булат” тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге директоры, яҡташыбыҙ Айнур Үтәев үткәрҙе. Ул балаларға традицион башҡорт кейемдәрен күрһәтте, улар тураһында һөйләне. Милли кейемде кейеп тә ҡаранылар.
Ә инде спорт залында Айнур Фәнис улы балаларға уҡтан атыу серҙәренә төшөндөрҙө. Малайҙар, ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән уҡ-йәйәне тотоп ҡараны. Уҡтан атҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән дә таныштылар.
Сара балаларға бик оҡшаны.