Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Февраль 2021, 20:25

Телһөйәр уҡытыусы

Рәйсә Исламғолова Талбазы лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Дөйөм стажы – 25 йыл, шуның 19-ы әлеге белем усағында. Ул үҙ эшенә яуаплы ҡараған, уны яратып башҡарған педагог.
Үткән Башҡорт теле йылында ул күп сараларҙа ихлас ҡатнашты, уҡыусылары ла тел бәйгеләрендә еңеүсе булды. Мәҫәлән, 11-се синыфтан Дилә Ғүмәрова “Әсәм теле-сәсән теле” конкурсы призеры булды.
Рәйсә Усман ҡыҙы муниципаль-ара фәнни-ғәмәли конференцияла еңеүсе әҙерләгән өсөн Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ижади, илһамлы, шиғырҙар яҙыу ҙа уға сит түгел.
Әүҙем һәм телһөйәр уҡытыусы үҙенең 6Б класы менән ирекмәнлек эшен дә алып бара.
Читайте нас: