Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Февраль 2021, 21:08

Изгелектең орлоҡтарын сәсеп, Уҡытыусы бирер дәрестәр…

Түрһәгәҙе мәктәбендә Алһыу Раянова 25 йылдан артыҡ балаларға тел серҙәрен өйрәтә, туған телгә һөйөү тәрбиәләй. #Халыҡ-аратуғантелдәркөнө#башҡорттеле

Уҡыусылары төрлө кимәлдәге ижади конкурстарҙа еңеү яулап тора.
Башҡорт теле йылында шиғыр һөйләүселәр араһында дистанцион рәүештә үткән “Башҡорт телем – ғорурлығым” конкурсында уҡыусыһы Илүзә Ҡаһирова бүләкләнде , “Минең республикам” фәнни-эҙләнеү, ижади эштәр төбәк бәйгеһендә “Офицерҙар династияһы” иншаһы менән Алмаз Раянов II дәрәжә еңеүсе дипломына лайыҡ булды. Илгиз Юламанов төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла 1-се урын яуланы.
Юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Алһыу Ураз ҡыҙы үҙе лә тел бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Мостай уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла “Ап-аҡ ҡағыҙ һалдым мин алдыма...” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды. “Ғарипов уҡыуҙары” төбәк-ара форумда “Белем биреүҙең заманса технологияларын ҡулланып үткәрелгән иң яҡшы дәрес” секцияһында өсөнсө урын алды. Алһыу Раянова шулай уҡ муниципаль-ара фәнни-ғәмәли конференцияла еңеүсе әҙерләгән өсөн Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ауырғазы район мәғариф бүлегенән һөҙөмтәле эше өсөн Рәхмәт хаты алды.
Бай йөкмәткеле әҙәбиәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән, балаларҙы шәхес итеп күргән һәм үҫтергән, туған телдә фекерләргә өйрәткән уҡытыусыларға ижади уңыштар һәр саҡ юлдаш булһын!
Читайте нас: