Талбазы ауылында ике аҙна дауамында 5-8 класс уҡыусылары мобиль технопаркта шөғөлләнде. Балалар үҙҙәре өсөн яңы булған АЭРО/ГЕО, VR/IT, ПРОМРОБО/ПРОМДИЗАЙН йүнәлешендә эшләү серҙәренә төшөндө һәм беренсе проекттарын төҙөнө.
ГЕОАЭРО сиктәрендә балалар Өфө картаһын һәм мәктәп буйынса һәм 3д тур эшләне.
VR /IT дәрестәрендә виртуаль ысынбарлыҡта сәйәхәт итеп кенә ҡалманы, Arduino микроконтролеры нигеҙендә термометр йыйҙылар.
Шулай уҡ Scratch программаһы нигеҙендә Ауырғазы районы тарихы менән танышыу буйынса викторина проекты төҙөнөләр.
ПРОМРОБО /ПРОМДИЗАЙН буйынса өйрәтеүселәр менән балалар 3д моделләү менән шөғөлләнде, эш өҫтәленә органайзер эшләнеләр.
Уҡыусылар роботтарҙы программаланы һәм йыйҙы. Бер уҡыусы хатта автоматик сүп һауытын программалауға өлгәште.