Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, 2007 йылдан башлап уҡыусыларҙың теләге менән берҙәм төбәк имтиханы формаһында ошо фәндән йомғаҡлау аттестацияһы уҙғарыла.
Раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы, урта дөйөм белем биреү программаларын үҙләштергән уҡыусылар үҙ теләге менән башҡорт теленән берҙәм төбәк имтиханын тапшырырға мөмкин.
Республиканың Мәғариф министрлығына имтиханды уҙғарыу тәртибен әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән. Башҡорт теленән берҙәм төбәк имтиханын үткәреүгә бәйле сығымдар министрлыҡ бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыла, тип билдәләнә документта.