Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Февраль 2021, 01:12

Марттан күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре эш башлай

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проекты менән еңеү яуланы

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проекты менән еңеү яуланы.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров етәкселегендәге делегация Силәбе өлкәһендә район һәм ҡала хакимиәттәре менән осрашыуҙар уҙғарыуы тураһында Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр иткән.
Ҡыҙыл районында һәм Магнитогорск ҡалаһында йәкшәмбе мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде: ойоштороу мәсьәләләре, эш йүнәлештәре билдәләнде. Был райондарҙағы милләттәштәребеҙ күптән үҙ туған телендә белем алырға теләк белдерә ине.
Миәс һәм Магнитогорск ҡалаларында, Ҡыҙыл районында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу хаҡында килешеүҙәр төҙөлдө.
« Йәкшәмбе мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы дәрестәре, ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре ҡаралған. Дәрестәрҙе урындағы уҡытыусылар менән берлектә Учалы һәм Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһының республика гимназия-интернаты уҡытыусылары ойоштора. Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәренең эшен март айында башлап ебәрергә ниәтләйбеҙ», — ти Булат Зинуров.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Фото: шул уҡ сығанаҡтан.
Читайте нас: