Китапханасылар С.Ихтисамова һәм С.Әмирханова балаларға фольклор тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, йомаҡтар ҡойҙо, мәҡәлдәр, тиҙәйткестәр өйрәтте. Уҡыусылар үҙ - ара тиҙәйткес әйтеү буйынса ярыш та ойоштороп алды хатта.
Китапханасы апайҙары башҡорт халҡының "Ҡурай" әкиәте буйынса ҡурсаҡ театры ла әҙерләгәйне.
Йәш тамашасылар әкиәт геройы Азамат менән бергә легендала үҙҙәре ҡатнашҡандай булды. Ҡурай моңоноң көсө, уның ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итеүе тураһында тамашаны ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.
Бай мәғлүмәтле китап күргәҙмәһе лә бик фәһемле булды. Уҡыусылар башҡорт халыҡ уйындарын иҫкә төшөрҙөләр. "Аҡ тирәк - күк тирәк"те ихлас уйнанылар.
Буш ваҡытта уҡыр өсөн матур, сағыу, ҡыҙыҡлы китаптар алып, бай йөкмәткеле, тәрбиәүи сара уҙғарғандары өсөн китапханасыларға оло рәхмәттәрен белдереп, бер-береһен бүлә-бүлә тәьҫораттары менән уртаҡлашып таралыштылар. Был шәмбе улар күңелендә йылы хәтирәләр менән оҙаҡ һаҡланыр.
Р.Йәлилованың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.